

Был көндә хаж ҡылыусылар Мәккәнән 20 саҡрым самаһы алыҫлыҡтағы Ғәрәфә тауына бара һәм уның итәгендә ғибәҙәт ҡыла.
Оло хаж үтәлһен өсөн Ғәрәфә тауында торорға кәрәк. Уға ла ғөсөл ҡойоноп, тырнаҡты киҫеп, тәндәге төктәрҙән арынып әҙерләнергә кәрәк. Ихрам кейеп, ике рәҡәғәи намаҙ уҡығас, махсус ниәт әйтәләр.
Ғәрәфә тауында тороу - хаждың иң мөһим ғәмәлдәренең береһе, иң юғары нөктәһе.
Мосолмандар инаныуынса, был көндә сауаптар ҙа, гонаһтар ҙа бик күпкә арттырып яҙыла. Хажға бара алмаусылар ҙа Ғәрәфә көнөндә ураҙа тотоп, доғалар ҡылып, зикерҙәр әйтеп, ҡөрьән уҡып, теләктәр теләп үткәрә.
Фото: islam.ru.