

Ҡорбан байрамы Зөлхизә айының 10-сы көнөндә, ураҙанан 70 көн үткәс, башлана һәм өс көн дауам итә. Ул хаж тамамланыуын белдерә.
Был көндөң үҙ тарихы бар. Ҡөрьән буйынса, Ибраһим төшөндә, Аллаһ уға беренсе улы Исмәғилде ҡорбан итеп килтерергә ҡушҡан икән, тип күрә. Ибраһим Аллаһ бойороғон башҡарыу өсөн хәҙерге Мәккә ҡалаһы урынлашҡан үҙәнгә килә. Әммә Ибраһим өсөн был һынау ғына булып сыға. Аллаһ ҡорбанға килтереләсәк улын һарыҡ бәрәсенә алмаштырырға бойора.
Хәҙер мосолмандар, Аллаһы Тәғәләнең ризалығына өмөт итеп, Зөлхизә айының 10-сы, 11-се, 12-се көндәрендә ҡорбан сала. Ғәйет намаҙы үткәс кенә һуялар.
Ҡорбан салыу шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе булып тора.
Һыйыр, буйвол, дөйә, һарыҡ, кәзә, ҡуй кеүек айыра тояҡлы хайуандар ҡорбан малы була ала. Ғәҙәттә, һарыҡ-кәзәнең тәкәһе, инә дөйә, тыу һыйыр ҡорбанға килтерелә. Һарыҡ-кәзә кәмендә бер йәшлек булырға тейеш, 6-7 айлыҡ бәрәстәрҙе лә ҡорбан итергә мөмкин. Һыйыр малына ике йәш тулып үткән булырға тейеш.
Ҡорбан итен өс өлөшкә бүлеп, береһен ғаиләңә ҡалдырырға, икенсе өлөштө туғандарға, таныштарға таратырға, өсөнсөһөн ярлыларға бирергә ҡушыла. Ҡорбан салыр алдынан мосолман, Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн тип, ниәт ҡылырға тейеш.
Ҡорбан байрамы мөбәрәк булһын! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет-шатлыҡтар теләйбеҙ.