+19 °С
Ясно
VKOKМакс

Көн дә балаларыбыҙға изге теләктәр генә теләйек!

1. Һине биргәнгә Раббыма мең шөкөр. Мәрхәмәтле, игелекле, тырыш, сабыр, түҙемле, бал кеүек татлы бул. Арыҫландай ҡыйыу, батыр, көслө, елдәй етеҙ, шыршылай бейек, нараттай оҙон, имәндәй таҙа, ҡайындай һылыу, һау-сәләмәт, ҙур кеше, бай бул.

Көн дә  балаларыбыҙға изге теләктәр генә теләйек!Көн дә  балаларыбыҙға изге теләктәр генә теләйек!
Көн дә балаларыбыҙға изге теләктәр генә теләйек!

2. Һин минең ҡыуанысым, Әлхәмдуллилләһ, атай-әсәйеңә лайыҡ булырға яҙһын.

3. Аллаһы бойорһа, хәйере менән бөтәһен дә булдырырһың. Раббым ярҙамын бирһен ин шәә Аллаһ.

4. Ғәфү ит. Яңылышҡанмын. Аллаһы Тәғәлә кисерһен.

5.Яңылыштың. Аллаһы Тәғәлә кисерһен. Мин һине ғәфү итәм.

6. Бөтәһе лә яҡшы булыр ин шәә Аллаһ. Раббым ярҙамынан ташламаһын.

7. Күҙ теймәһен, собханаллаһ!

8. Аллаға тапшырҙыҡ, хәйерле юлдар насип итһен! Юлдарың уң булһын!

9. Мине ололаған өсөн һине Аллаһ ҙурлаһын! Бөйөк бул. Ҙур булып үҫ!

10. Аллаһы Раббыбыҙ бәлә-ҡазаларҙан, яман кешеләрҙән Үҙе һаҡлаһын! Аллаһ һаҡлаһын, ҡара йылан саҡмаһын.

11. Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте яуһын!

12. Кеше алдында хур булырға яҙмаһын. Йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермә. Туған халҡыңа лайыҡ бул.

13. Аллаһы Тәғәлә айыҡ зиһен, файҙалы ғилемдәр, тел асҡыстары бирһен. Ҡулыңдан ҡыуанырға яҙһын. Хәйерле эштәр насип итһен.

14. Ярҙам иткәнең өсөн Аллаһы Тәғәлә әжерен бирһен. Ике донъя рәхәтен күрергә яҙһын.

15. Һине кеше итергә яҙһын. Аяҡҡа баҫтырырға яҙһын. 16. Бәхетең-тәүфиғың булһын. Нәҫел-нәсәпле йәр менән пар булырға яҙһын.

 Фото: Юлиә Әхмәҙиева. Учалы, Туңғатар.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас