-5 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Ышаныс телефондары
17 Декабрь 2024, 21:46

Балаға ауыр саҡта кем ярҙам итә ала?

Үҫмерҙәр менән һөйләшергә, хәлдәрен һорашып торорға кәрәк. Был иң беренсе сиратта атай-әсәйҙәргә ҡағыла. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгесе, балалар психотерапевты Светлана Алянгина "Башинформ"ға шулай тип белдергән.

Балаға ауыр саҡта кем ярҙам итә ала?
Балаға ауыр саҡта кем ярҙам итә ала?

Ул шулай уҡ республикала профилактика саралары, программалары эшләүе, ауыр тормош шарттарына дусар булғанда ярҙам итергә мәктәп психологтары булыуы тураһында ла әйтеп үткән. Үкенескә күрә, беҙҙә халыҡ һаман да психолог йәки психотерапевтҡа мөрәжәғәт итергә өйрәнмәгән шул, оялалар. 

Бала саҡта бәләкәй генә мәсьәлә лә хәл ителмәҫтәй булып тойолоуы бар. Саҡ ҡына үҙ эсенә бикләнеп, өндәшмәй йөрөһә, үҫмер менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшергә, аңлашырға кәрәк атай-әсәйҙәргә. Балаң менән дуҫ, серҙәш булыу кәрәктер. Уның менән бөтә темаларға ла һөйләшергә. 

Хәҙерге заманда интернетта ла насар йоғонто яһаған мәғлүмәт, боҙоҡ уйлы кешеләр күп. Балалар һаҡ булһын ине. Ниҙер борсоп та, яҡындарың, уҡытыусың менән был турала һөйләшә алмағанда, ышаныс телефонына мөрәжәғәт мөмкин. Шылтыратыу бөтә телефондарҙан да бушлай һәм аноним. Телефон һандарың яҙып алынмай, ә бына яҡшы консультация аласаҡһың, һинең менән махсус әҙерлек үткән психолог-консультанттар һөйләшәсәк. Конфиденциаллек һаҡлана.

Ошо телефондар буйынса тәүлек әйләнәһенә шылтыратырға мөмкин:

8-800-2000-122

8 (347) 241-62-85

8 (347) 295-02-36

Фото: yandex.

Балаға ауыр саҡта кем ярҙам итә ала?
Балаға ауыр саҡта кем ярҙам итә ала?
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: