Ата-әсәләргә әйтмәгән сер булыуы ғәҙәти хәлме ул?» – тип яҙа Балалар ышаныс телефоны психологтарына 16 йәшлек ҡыҙ.
Был ҡатмарлы һорау һәм уға бер төрлө генә яуап биреүе ҡыйын. Бер яҡтан, атай-әсәй – иң яҡын кешеләрең, улар һиңә һәр саҡ ярҙам итергә әҙер, шуға йәшерен серең булмаҫҡа тейеш кеүек. Икенсенән, һәр кемдең шәхси психологик уңайлы биләмәһе һәм конфиденциаллек һаҡланған сиктәре бар. Атай-әсәйеңә тормошоң тураһында барыһын да һөйләргәме, юҡмы икәнен хәл итеү күп нәмәнән тора. Һиңә ғүмер биргән кешеләр менән ниндәй мөнәсәбәттә икәнеңде, уларҙың ярҙам итергә әҙер булыуҙарын, үҙең дең дә сереңде сисергә әҙерлегеңде иҫәпкә алыр ға кәрәк.
Һәр хәлдә, атай әсәй һине яратҡан, аңлап, ярҙам иткән иң яҡын кешеләрең ул. Уларҙан йәшерен серең булыуы һәр саҡ ниндәйҙер насар нәмә тураһында әйтмәҫкә теләгәнеңде аңлатмай, әлбиттә. Күп осраҡта уй-хистәрең, тормошоңдоң һәр ваҡиғаһы менән бүлешкең килмәйҙер. Һине аңламаҫтар, ҡабул итмәҫтәр, тип ҡурҡаһыңдыр ҙа. Йәки үҙаллылыҡ теләйһең, һәр ваҡыт атай-әсәй контроле һәм баһаһы аҫтында булғың килмәй. Шулай ҙа әсәйеңә әйтергә теләмәйһең, ҡурҡаһың икән, тимәк, һинең ҡылығың насар булыуы ла ихтимал һәм үҙең быны бик яҡшы аңлап тораһың.
Әгәр мәғлүмәтте йәшереүҙән бер ни ҙә үҙгәрмәй, ул насар һөҙөмтәләр бирмәй икән, һөйләмәһәң дә була инде. Әлбиттә, хоҡуҡ боҙоу менән бәйле булмаһа. Әммә был сер һиңә тынғылыҡ бирмәй, ҡурҡыу, депрессия тыуҙыра ҡалһа, уның тураһында һөйлә, һиңә ярҙам кәрәк, уны йәшереү зыянлы, үҙеңде ыҙалатма. Шундай серҙәр була: аҙағы насар тамамланыуы мөмкин. Беҙ ҡапсыҡта ятмай, тиҙәр бит. Өҫтәүенә, был турала атай-әсәйең бүтән кешеләрҙән ишетһә, һиңә ышаныстары кәмейәсәк. Мәсьәләне үҙ ағышына ҡуйыу ҙа ҡиммәткә төшөүе бар. Шуға күрә уй-фекерҙәрең, йәғни килеп тыуған хәл тураһында атай-әсәйең менән кәңәшләшергә кәрәк, хатта дуҫым ярҙам һорай, тип әйтә алаһың. Артабан нимә эшләргә икәнен аңларһың. Атай-әсәйҙәр һәр саҡ балаһына дөрөҫ кәңәш бирергә әҙер, ә серҙе йәшерһәң, ярҙамһыҙ ҡалаһың. Шуны онотма. Һорауың булһа, Балалар ышаныс телефонына шылтырат: 8 800 2000 122.
Фото: iz.ru.