Уларҙың 12 506-һы балалар һәм үҫмерҙәрҙән булһа, 1 150-һе — атай-әсәйҙәрҙән. Был турала республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Күп шылтыратыуҙар балаларҙың тиҫтерҙәре менән үҙ-ара мөнәсәбәтенә бәйле икән. Ашығыс ярҙам талап ителгән 1 295 шылтыратыу булған.
"Мәктәптә үсектәрәләр, өлкәндәргә әйтергә ҡурҡам. Нимә эшләргә?"
"Атай-әсәйем гел ирешә, быны башҡаса тыңлай алмайым."
"Мин арыным, ҡыйын, хәлемде һүҙҙәр менән аңлата алмайым."
"Мине бер кем дә ишетмәй, ахырыһы. Кемгә мөрәжәғәт итергә?"
Һеҙҙе ошондай һорауҙар борсоймо?
Ауыр хәлдә ҡалһағыҙ, үҙегеҙҙе япа-яңғыҙ тойһағыҙ, беррәйһе ҡыйырһыта икән, республиканың Балалар ышаныс телефонына мөрәжәғәт итегеҙ. Шылтыратыу бушлай һәм конфиденциаллек һаҡлана. Тәжрибәле белгестәр һеҙҙе тыңлап, кәңәштәрен бирәсәк, килеп сыҡҡан хәлдән дөрөҫ итеп сығыу юлын өйрәтәсәк.
8 800 2000 122 телефоны һеҙҙең өсөн эшләй, балалар. Мобиль телефондан 124 һандары буйынса ла шылтыратырға мөмкин.
Фото: com.