-2 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Көн оҙонона аслыҡтан интеккән

Республикабыҙҙың Октябрьский ҡалаһының полиция участогына бер апай үҙе йәшәгән тулай тораҡтың бүлмәһендә бер нисә сәғәт буйы бала илау ишетелгәнен, ә ишектең бикле булыуын хәбәр итә.

Полиция хеҙмәткәрҙәре килгәс, шуны асыҡлай: йәш кенә бер балалы ғаилә бүлмәне ҡуртымға алып йәшәй икән. Ул мәлдә бала яңғыҙы ғына була һәм ишекте лә асып сыға алмай. Сабыйҙың әсәһе кем икәнен асыҡлап, уны телефон аша саҡыртып алалар. Тик бүлмәне асып инеү менән улар аслыҡтан хәлһеҙләнгән, подгузнигы тулған балаға, әйләнә-тирәлә бысраҡлыҡҡа тап булалар. Ни өҫтәлдә, ни һыуытҡыста аҙыҡ тигән нәмәнең әҫәре лә күренмәй. Уның ҡарауы, бала эргәһендә бысаҡтар, башҡа сәнскеле әйберҙәр аунап ятҡан. Йәш ғаилә аҡса етмәгәнлектән, теләһә ҡайҙа көнлөк аҡса эшләп йөрөгән, имеш. Ә бәләкәс кенә сабыйҙы көн оҙонона асҡа интектереп, өйгә бикләп киткәндәр. Беренсе тапҡыр ғына түгел, ә көн һайын.
Полиция хеҙмәткәрҙәре баланы әсәһе менән дауаханаға оҙата, табиптар сабыйҙа бер нисә ауырыу булыуын асыҡлаған. Балаһын тейешенсә ҡарамаған һәм тәрбиәләү бурыстарын үтәмәгәне өсөн ҡатынға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, әлегә уны әсәһе ризалығы менән Республика балалар йортона урынлаштырғандар.
Фото: sunhome.ru
Читайте нас: