+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Иң ҡәҙерле кешебеҙ

"Донъяла иң ҡәҙерле кешем – минең әсәйем Гөлүзә Хәйретдин ҡыҙы Саҙретдинова. Ул – оҙон буйлы, килешле итеп ҡырҡылған ҡыҫҡа сәсле сибәркәй. Һоро күҙҙәре һәр саҡ нурланып, үҙе йылмайып ҡына тора. Әсәйем Бишҡурай ауылы хакимиәтендә – ер эштәре буйынса белгес", – тип яҙа Туймазы районы Бишҡурай мәктәбенең V синыф уҡыусыһы Анна Емельянова.

Иң ҡәҙерле кешебеҙ
Иң ҡәҙерле кешебеҙ

 "Ул таң менән эшкә китә лә сәғәт алтынсы яртыла ҡайта. Эше ҡатмарлы булһа ла, өйгә ҡайтыу менән ял да итеп тормай, беҙгә тәмлекәс әҙерләргә керешә. Мин бигерәк тә әсәйем бешергән борщты, төрлө бәлештәрен яратам. Ул ашарға әҙерләгәндә үҙем дә ярҙамлашам. Мине лә бешерергә өйрәтә. Килеп сыҡмаһа, йылмайып, сабыр ғына аңлата.
Әсәйем бик аҡыллы, белмәгән нәмәһе юҡ! Өй эштәрен үтәй алмаһам, аңлатып бирә.
Ҡәҙерлемдең яратҡан шөғөлө – бәйләү. Һәр беребеҙгә нәски, бейәләйҙәр бәйләп бирә.
Ял көндәре Туймазыға барһаҡ, һәр ваҡыт матур кейем, төрлө уйынсыҡ, тәмле ризыҡтар ала. Ул беҙгә ҡарап йылмая ла: "Йә, ҡыҙҙар, нимә алғығыҙ килә, кәрзингә һалығыҙ", – ти.
Әсәйем – бик иғтибарлы кеше. Ул һәр ваҡыт беҙҙең һаулығыбыҙҙы ҡайғырта. Берәй еребеҙ ауыртһа, шифаханаға алып бара, табиптар менән кәңәшләшә, тиҙерәк дауаларға тырыша.
Беҙҙең ғаиләбеҙ бик татыу. Ваҡыт үткән һайын һеңлем менән миңә ниндәй ҙур бәхет йылмайғанын нығыраҡ аңлайым. Атайым Рәүеф Йәмғетдин улы менән әсәйем Гөлүзә Хәйретдин ҡыҙы беҙҙе үҙҙәренең ғаиләһенә ҡабул итте. Шул көндән башлап ҙең өсөн етеш, бәхетле тормош башланды. Һәр ваҡыт ҡараулыбыҙ, ҡәҙерле балалар булып үҫеп киләбеҙ. Ни теләһәк, шуны кейәбеҙ, ашайбыҙ. Иң мөһиме: үҙебеҙҙең атай-әсәйебеҙгә бик кәрәк, ҡәҙерле икәнебеҙҙе тойоп йәшәйбеҙ. Яҙмышыбыҙға рәхмәтлебеҙ",– тип мәҡәләһен тамамлай ул.

 

 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: