Ата-әсәһе айырылышҡан икән Бөтә Рәсәй балалар ышаныс телефонына мөрәжәғәт иткән ҡыҙҙың. Әсәһен әсәлек хоҡуғынан мәхрүм иткәндәр. Эскелеге өсөн. Атаһы икенсегә өйләнгән. Тәүҙәрәк үгәй әсә үҙен тынысыраҡ тота, әммә уртаҡ балалары тыуғас, атай кешене ҡыҙына ҡаршы ҡоторта башлай. Бер көндө иренә баланың урлашыуы тураһында хәбәр итә. Ә ата үҙ ҡыҙын ҡыуып сығара: «Бар, аҡылһыҙ әсәйеңә кит, ул һине тәрбиәләһен!» – тип ҡысҡыра. Һуңғы аҡсаһына ҡаланың бер осонан икенсе осона әсәһенә барырға мәжбүр була ҡыҙ. Ә уныһы иҫерек: «Ҡайҙан килгәнһең, шунда кит», – ти. Шулай япа-яңғыҙ ҡараңғы урамда ҡала 13 йәшлек үҫмер. Ярҙам итерлек бер кеме булмағас, ахыр сиктә әлдә генә көндәлегенә йәбештереп ҡуйған Балалар ышаныс телефонына шылтыратырға баҙнат итә.
– Мин ҡайҙа барырға белмәйем... – ти ул. Ышаныс телефоны хеҙмәткәре менән һөйләшә торғас, мөрәжәғәт итерлек берҙән-бер урын полиция бүлеге тип хәл итәләр. Ҡыҙ психолог менән телефон аша һөйләшкән килеш дежур бүлеккә барып етә. Полиция хеҙмәткәренә мөрәжәғәт иткәнен ишетмәйенсә Ышаныс телефоны белгесе уның менән һөйләшеүҙе өҙмәй. Хоҡуҡ һаҡсыларына барып эләккәс, артабан, моғайын, яҙмышы ыңғай хәл ителгәндер.
Психологтар билдәләүенсә, балалар ата-әсәһенең айырылышыуын бик ауыр кисерә. Өҫтәүенә һуңынан үҙ атаһы йә әсәһе урынына насар холоҡло үгәй килһә...
Әлеге ваҡиға илебеҙҙең икенсе бер өлкәһендә булған. Әммә ошоға оҡшаш хәлдәр күп төбәктәрҙә осрай бит.
Ололар юҡҡа ғына,һәр кем үҙ балаһын үҙе тәрбиәләп үҫтерһен, тип теләк теләмәй. Һәр бала үҙ ата-әсәһенә иркәләнеп, бәхетле үҫһен ине.
Фото: yandex.