Ура, ура, яҙ килә,
Балалар бик шатлана.
Яҙ килгәнгә ҡыуанып,
Ҡыйыҡтан тамсы тама.
Яҙҙар еткәс, һылыу булып
Йәшәрә алмағастар.
Ботаҡтарына ҡунып
Һайрайҙар һандуғастар.
Ергә йәмле яҙ етте,
Беҙгә ҡоштар ҙа ҡайтты.
Ҡаты һыуыҡтар бөттө,
Умырзая сәскә атты.
Бик шатланып һандуғас
Ҡайтты тыуған яғына.
Ҡанаттарын елпеп һайрай
Ҡунып таныш талына.
Турғай әйтә: «Сырҡ-сырҡ, ти,
Ем һалырға сыҡ-сыҡ», – ти.
Ҡошҡайыма ем һалдым,
Бик тә ҙур рәхмәт алдым.
Яҙғы иртә. Ауылыма
Осоп ҡайтты күп ҡоштар.
Мин үҙҙәрен бик яратам,
Улар бит беҙҙең дуҫтар.