Нуриман районының Иҫке Күл мәктәбендә «Шишмәләр» ижади түңәрәге эшләп килә. Уны башланғыс синыф уҡытыусыһы Фәнзилә Тимерғайнан ҡыҙы Зәйнуллина етәкләй. «Уҡыусыларым менән I синыфтан уҡ шиғырҙар, әкиәттәр, мәҡәләләр яҙып ҡарайбыҙ. Район кимәлендә үткән конкурстарҙан да ситтә ҡалғаныбыҙ юҡ. Айгөл Ғәйнуллина үҙебеҙҙә еңеүсе булып, Республика көнөнә, Экология йылына арналған республика бәйгеләрендә лә көсөн һынаны. Ижади эштәребеҙҙән бәләкәй китапсыҡтар ҙа сығарабыҙ», – ти дүртенселәрҙең остаздары.
Һеҙҙең иғтибарығыҙға ла уларҙың ижади емештәрен тәҡдим итәбеҙ.
Иҫке Күлем шул тиклем бай
Йылғаларға, күлдәргә.
Бер ҡасан да алыштырмам
Йыраҡтағы илдәргә.
Нурлы ла һин, иманлы ла
Ғәзиз тыуған ауылым.
Ағын шишмәң өсөн рәхмәт
Һиңә, Кәрәкә тауым.
Йәй көнөндә Йәләнделә,
Бала-саға һыу инә.
Ә ҡыш етеп, һыуы туңғас,
Улар конькиҙа елә.
Шуның өсөн Йәләндене
Беҙ бик тә яратабыҙ.
Бөтәбеҙ бергә йыйылып,
Ярҙарын таҙартабыҙ.
Кәрәкә тауы аҫтынан
Ағын шишмәһе сыға.
Бөтә тереклек кинәнә
Шифалы һыуҡайына.
Алһыҙ-ялһыҙ гөрләп үтә
Егәрленең көндәре.
Урманды ла уйға һала
Ағын шишмә көйҙәре.
Тыуған ауылҡайым – Ишморатым,
Йәмле һинең болон, ҡырҙарың.
Кемде генә икән хисләндермәй
Нурға сумған ҡуйы урманың.
Ауылымдың уртаһынан ғына
Ағып ята Йәләндекәйем.
Баһадирҙай ҡаршы алып тора
Киң күкрәкле бейек тауҡайым.
Ярҙамсым да, таянысым,
Ул – һаҡсым да.
Әсәкәйем – берҙән-берем,
Яҡлаусым да.
Бик күңелле йәшәйбеҙ беҙ,
Әсәй һәм ҡыҙ.
Булмай беҙгә икебеҙгә
Бик күңелһеҙ.