+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ижади түңәрәктәрҙә
26 Апрель 2019, 21:15

«Аҡ ҡауырһын» түңәрәгендә шөғөлләнеүсе уҡыусыларҙың ижады

Айгүзәл ВӘЛИЕВА, Линар ДӘҮЛӘТШИН, Мораҙым КИНЙӘБУЛАТОВ, Рәзилә ҒАРИПОВА шиғырҙары.

Кәңәш

Тыңла үҙ йөрәгеңде,

Тороп ҡалма аптырап.

Үҫтер үҙ белемеңде,

Дуҫтан булмаҫ гел һорап.

Һөйлә үҙ һүҙҙәреңде,

Телһеҙ торма һин ҡарап.

Көйлә үҙ йырҙарыңды,

Йырсыға булмай ярап.

Ҡайғыртма әсәйеңде,

Юғалма ҡала буйлап.

Ҡайғыртма атайыңды,

Һәр саҡ тор уны ҙурлап.

Яҡла үҙ уйҙарыңды,

Торма кешене тыңлап.

Һайла үҙ юлдарыңды,

Йөрөмә донъя урап.

Һаҡла үҙ төйәгеңде,

Сығарма яманатын.

Маҡта үҙ төйәгеңде,

Ситкә таралһын даны!


Айгүзәл ВӘЛИЕВА,
IX синыф уҡыусыһы.


Башҡортостан

Тирә-яҡҡа таратып нурын,
Ихлас йәйеп һәр саҡ ҡосағын,

Ҡаршы ала ғәзиз илкәйем,

Башҡортостан – тыуған еркәйем.

Күпме ялан, урман, ҡырҙары,

Байҡап торам тирә-яғымды.

Зәңгәр һауа, гүзәл тәбиғәт,

Миңә ҡала йырларға ғына.

Яратам мин Башҡортостанды,

Аяҙ атһын һәр саҡ ал таңы!

Халҡым берҙәм булып йәшәһен,

«Дуҫлыҡта – көс!» – тиеп өндәшәмен.


Линар ДӘҮЛӘТШИН,
VIII синыф уҡыусыһы.


Әсәйемдең ҡосағы

Ҡояш кеүек наҙлылыр.

Изгелеге, сафлығы...

Юҡтыр күңел тарлығы.


Эшкә уңған ҡулдары,

Балаһында уйҙары.

Ауыр саҡта йыуата

Йәнгә йомшаҡ һүҙҙәре.


Әсәйемдең ҡосағы –

Тыуған йортом усағы.

Бәхетле булһын һәр саҡ

Беҙҙең ғәмһеҙ бала саҡ!


Мораҙым КИНЙӘБУЛАТОВ,

IX синыф уҡыусыһы.


Уйланыу

Был донъялар ҡайҙа бара икән,
Ҡайҙа уҙа икән был ғүмер?

Үтә бер йыл, ике, өсөнсөһө,

Китә дүртенсеһе бер юлы.

Эй, йүгерә, саба, бер туҡтамай,

Үтә йылдар аша һикереп.

Шул дәүерҙә өлгөрөргә кәрәк

Хис-тойғоңдо уға белдереп.

Яратыуын яратырһың да һин,

Тик бер һүҙең сыҡмаҫ ауыҙҙан.

Һөйөү уты һүнмәҫ йөрәгеңдә,

Яныр шартлап күңел түрендә.

Ғүмер үтә, ләкин ваҡыт бар бит

Тормош иптәшеңде табырға.

Хоҙай ҡушмаһын һис: ҡартлыҡ юлын

Бер үҙеңә ҡаршы алырға!

Был донъяла өлгөрөргә кәрәк

Ғаилә бәхетен дә күрергә,

Сабый һөйләшкәнен ун ишетеп,

Кеше яратыуын һиҙергә.


Рәзилә ҒАРИПОВА,
IX синыф уҡыусыһы.
Читайте нас: