Башҡортостаныбыҙҙың матбуғат, радио-телевидениеһында эшләүсе билдәле журналистар, күренекле яҙыусылар, шағирҙар тәүге ижади емештәрен ошонда ижад итеп, ҡәләмдәрен һынаған, тәжрибә туплаған, көс-дәрт алып, бөгөнгө бейеклектәргә артыла алған. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов та был түңәрәктә ихлас шөғөлләнә, үҙенең хис-тойғоға бай тәүге шиғырҙарын ижад итеп кенә ҡалмай, ҡулъяҙма журналын, гәзит сығарыу эштәрен дә алып бара. Билдәле шағир, яҙыусылар Ғайса Хөсәйенов, Ғәлим Дәүләди, Фәүзиә Латипова, Рәшит Низамов, Әмир Әминев, Гөлсирә Ғиззәтуллина, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Мирас Иҙелбаев, Рәмил Йәнбәков, Таңһылыу Ҡарамышева, Сәрүәр Сурина, Динә Талхина, Рәсимә Ураҡсина, Миңлегөл Хисамовалар ҙа ижад донъяһына бынан юл алған.
Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында түңәрәк «Шишмә тауышы» тип атала башлай. Йомабикә Ильясова, Мирсәйет Юнысов, Юлай Мәҡсүтов, Рәшиҙә Мәһәҙиева, Артур Дәүләтбәков, Мөнир Ҡунафин, Янис Рамаҙанов, Дилара Зарипова, Зөлфиә Ханнановалар үҙҙәрен ҡәләм оҫтаһы итеп кенә түгел, ижад менән бәйле өлкәлә оҫта ойоштороусылар булараҡ та халыҡ араһында танылыу яуланы.
Йылдар үтеү менән дә бында шөғөлләнеүселәр һаны кәмемәй. 2004 йылда түңәрәк «Аҡ ҡауырһын» тип үҙгәртелә. Лилиә Сираева, Ғәббәс Дәүләтшин, Эльвира Исҡужина, Ураниә Вахитова, Айзирә Шәйхетдинова, Зәриә Моратова, Илүзә Мөхәмәтйәнова, Илүзә Яҡупова, Наҙгөл Аҡманова, Лидиә Динмөхәмәтова, Гөлназ Ишемғужина үҙҙәрен ижади һәләтле итеп танытып, төрлө бәйгеләрҙә призлы урындар яуланы, ҡайһылары «Йәншишмә» гәзитенең, «Аманат» журналының «Йәш хәбәрсе»һе тигән маҡтаулы исемгә, бәғзеләре Рәми Ғарипов премияһына лайыҡ булды.
Хәҙерге көндәрҙә лә илһам менән күңелдәре тулы уҡыусыларыбыҙ ижадтары менән ҡыуандырып тора. Гөлназ Ишемғужина, Айгүзәл Вәлиева, Рәзилә Ғарипова көндәлек тормошҡа арналған мәҡәләләр, шулай уҡ шиғыр, әкиәттәр яҙа. Етенсе синыф уҡыусылары Нураниә Хәлимова, Фидәлиә Ҡудашева, Гөлсөм Абдуллиналар ҙа ҡалышмаҫҡа тырыша.
Түңәрәктә шөғөлләнеүселәр араһында егеттәр ҙә бар. «Интернатым – пар ҡанатым» гәзитенең быйылғы һандарында Мораҙым Кинйәбулатов, Линар Дәүләтшин, Таһир Сафиндың ижад емештәре донъя күрҙе. Уларҙың күңелдәрендә булған ижад ҡомарын юғалтмай, һәләттәрен үҫтереп, киләсәктә билдәле шәхестәребеҙгә алмаш булып үҫеүҙәрен теләйем.
Альбина КАЙБЫШЕВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, «Аҡ ҡауырһын» түңәрәге етәксеһе.
Өфө ҡалаһы.