+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

II «А» синыфы уҡыусылары ижады

Урман хужаһыАйыу – урман хужаһы,Унан бар йәнлек ҡурҡа.Иртә яҙҙан уяна лаКөҙөн йоҡларға ята.Рамаҙан ЙӘНБИРҘИН.

Онотҡан

Йомшаҡ ҡойроҡло тейен,

Ҡышын ашармын, тиеп,

Әҙерләгән бәшмәктәр,

Сәтләүек ҡуйған өйөп.


Ҡыш еткән.Ҡарҙар яуған.

Тейен дә бик асыҡҡан.

Ризығын таба алмай,

Ҡайҙа һалған? Онотҡан!


Нәркәс БАСИРОВА.


Ҡурҡаҡ ҡуян



Йәмле урмандың ситендә

Һелкенә, ти, бер ҡыуаҡ.

Артында бүренән ҡурҡып,

Тора икән Шешҡолаҡ.


Эй, ҡалтырай, эй, ҡалтырай

Ҡурҡыуынан был бахыр.

Бүренең китеп барғанын

Күрмәй ҙә ҡалған ахыр.


Ҡойроғон ҡыҫҡан



Өләсәйҙең соланында

Сыр-сыу килә бер сысҡан.

Йүгереп йөрөй торғас ул,

Ах(ы)ры, ҡойроғон ҡыҫҡан.


Ләйсән РЕЗБАЕВА, II «А» синыфы уҡыусылары.
Ғафури районы, Красноусолдағы башҡорт интернат-гимназияһы.


Читайте нас: