+2 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Ижади түңәрәктәрҙә
23 Октябрь 2020, 20:36
Бесәй
Һары ғына бесәйем бар, Эй, уйнарға ярата. Йомшаҡ ҡына кескәй дуҫым Тормош йәме тарата!
Көн дә мине көтөп ала,
Тышҡа бергә сығабыҙ,
Шаярып йүгерә-атлай
Урам буйлап сабабыҙ!
Яратам кескәй дуҫымды,
Ул һәр саҡ минең янда.
Аңлаған кеүек ҡулымды,
Иркәләй һуҙған саҡта!
Аҡ айыу
Кескәй өҫтәлем өҫтөндә
Ап-аҡ бер айыу йәшәй.
Аяғында – уның йөн ойоҡ,
Ҡулдарында – бейәләй.
Мәктәпкә киткән сағымда
Оҙатып ҡала мине.
– Тырышып уҡы, «бишле» ал, –
Тип әйтә кеүек үҙе.
Аҡ айыуым – уйынсығым
Гел генә минең янда.
Дәрестәрҙән ҡайтыуымды
Һағынып көтөп ала.
Туған телем
Телдәр бик күп был донъяла,
Тик туған тел бер генә.
Әсәм теле – туған телем
Бик ҡәҙерле ул миңә.
Туған телемдә һөйләшәм,
Серләшәм дуҫтар менән.
Туған телем – иркә гөлөм
Гел генә минең менән.
Айлина ҒӘБИТОВА,
VII «Б» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.
Читайте нас в