+2 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Ижади түңәрәктәрҙә
23 Октябрь 2020, 20:25
Төрлө төҫтәргә буяп
Көҙ апай килә баҙарҙан – Нимә генә алмаған!Ниндәй бүләк кәрәклеген Әйтмәһәң дә аңлаған.
Ҡайындарға – һары яулыҡ,
Миләшкә – ҡыҙыл мунсаҡ,
Сейәгә – көрән алҡалар,
Ал да ҡолағыңа таҡ!
Алһыу, йәшел буяуҙарҙы
Биргән алма-ҡыярға.
Бөрлөгән ҡыҙыл мәрйенен
Белмәй ҡайҙа ҡуйырға.
Көҙ шулай төрлө төҫтәргә
Буяй бөтә ерҙе лә.
Еләк-емеш менән һыйлай,
Шатландырып беҙҙе лә.
Ҡунаҡтарын көткәндәй
Ҡупшыланып аҡ ҡайындар
Алтын алҡалар таҡты.
Миләш беште, ә сағандар
Ҡыҙыл елән балҡытты.
Миләш теҙгән мәрйендәрен,
Ҡунаҡтарын көткәндәй.
Һыйын йомарт өләшергә
Беҙҙе үҙенә өндәй!
Рәзилә ҒАРИПОВА, XI синыф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы,
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.
Читайте нас в