Әйткәндәй, беҙҙең «Мираҫ» кескәйҙәр һәм өлкәндәр төркөмдәренән тора. Бәләкәстәр Фәрзәнә Аҡбулатованың «Дуҫтар ниндәй була?» пьесаһы менән уңышлы сығыш яһаны. Бөтәһен һоҡландырҙылар.
Ә инде яңыраҡ сәхнәләштерелгән әҫәр – Фәрзәнә Аҡбулатованың «Әсә фатихаһы». Әлеге көндәге көнүҙәк мәсьәлә күтәрелә, тип уйлайым, сөнки бында дуҫлыҡ, әсә менән бала мөнәсәбәттәре, үҫмерҙәр психологияһы проблемалары ярылып ята. Балалыҡтан үҫмерлек осорона күскәндәге ҡаршылыҡтар, формалашыу осоро ҡатмарлыҡтары яңғыҙлыҡ, наҙанлыҡ, ғәмһеҙлек образдары аша һүрәтләнә һәм ололарҙы, бигерәк тә әсәйҙәрҙе, балаларына иғтибарлыраҡ булырға саҡыра. Аҡтырнаҡ, Һарыҡай, Аҡйондоҙ исемле персонаждар тормошта ябайлыҡ, эскерһеҙлек, тоғролоҡ кеүек сифаттарға таянырға кәрәклеген иҫкәртә. Яҙыусы әсә менән ҡыҙы Айгөл аша бер-береңде ҡәҙерләргә, яратырға өндәй. Спектаклдәге алып барыусы ваҡиғаларҙы, ролдәрҙе бер-береһенә бәйләүсе булып тора. Кейемдәр өҫтөндә эш, яраҡлы көй, декорация – барыһы ла спектаклде байытып ҡына ҡалмай, ә ошо мөхиткә инеп китергә булышлыҡ итә. Мәҫәлән, хореографик этюд беҙ башҡарған кире ролдәрҙе тағы ла сағыуыраҡ итте.
Минеңсә, ыңғай ролде башҡарыуы еңелерәк, сөнки тормошта һин нисек барһың, үҙеңде шулай күрһәтәһең. Ә кире ролдә, киреһенсә, үҙеңде «һындыраһың», йәғни үҙгәртәһең. Мин беренсе спектаклдә ыңғай образды уйнаным, ә ҡалғандарында кире ролде башҡарҙым. Илүзә Мөҙәрис ҡыҙы беҙгә хәрәкәтте генә түгел, һәр һүҙҙе нисек әйтергә, ҡайҙа баҫым яһарға, күҙ ҡараштары, ҡул хәрәкәттәре нисек булырға тейеш икәнен өйрәткәс, уйнауы еңел булды. Яңғыҙлыҡ (мин), Наҙанлыҡ (Әҙилә Ғәлиуллина), Ғәмһеҙлек (Нурзилә Сәфиуллина) сифаттарын тулыһынса аса алдыҡ, тип уйлайым. Артистарҙы дөрөҫ күҙаллау спектаклдең ярты уңышын тәшкил итә, тип иҫәпләй етәксебеҙ. Айгөл (Гүзәл Хәйбуллина) һәм әсә (Ралина Мостафина), Һарыҡай (Әлфиә Ғәлимйәнова), Аҡйондоҙ (Рияда Искәндәрова), Аҡтырнаҡ (Фидалиә Шәйәхмәтова) ролдәрен дә килештереп уйнанылар.
Театрҙа ҡатнашыу, спектаклдәрҙә уйнау тел байлығын үҫтерә, сәхнәлә үҙеңде тоторға өйрәтә, һөйләү телмәрен яҡшырта һәм хәтерҙе нығыта. Театр сәнғәте – сихри донъя!
VIII «Б» синыфы уҡыусыһы.
Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия.