Бер көндө дүрт ҡыҙы бәхәсләшә башлаған. Барыһының да миҙгел менән идара иткеһе килә, имеш. Кемеһелер һыуыҡ булдырғыһы, икенсеһе тирә-яҡты йылыға сорнап алырға теләй, ти. Бер-береһен еңә алмағас, атайҙарынан һорарға булғандар.
– Эй, ҡыҙҙарым, ҡәҙерлеләрем минең. Һеҙ бөтәгеҙ ҙә уңған, бик аҡыллы. Йәшегеҙгә ҡарап, мин үҙегеҙгә миҙгелдәрҙе лә бүлдем.
Ҡышбикә – иң беренсе, унан – Яҙбикә, артабан – Йәйбикә һәм иң һуңғыһы Көҙбикә ҡыҙым буласаҡ, – тигән ул.
Бына Ҡышбикәнең ваҡыты килеп еткән. Ҡыш – иң һалҡын, иң тылсымлы һәм ап-аҡ миҙгел, ти. Ағастар өшөп, шәл ябынып алған. Балалар сана, саңғы, тимераяҡта шыуа башлаған. Кемдәрҙер ҡар бабай яһай икән.
– Ҡалай матур минең миҙгелем, – тип уйлаған Ҡышбикә.
Етмәһә, ошо ваҡытта Яңы йыл байрамы билдәләнеүенә лә бик ҡыуанған ул. Барыһы ла шатланып, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы көтөп ала, Шыршы байрамдары үткәрелә, ҙур өҫтәл артында табын йыялар.
Бына шулай атаһының һүҙен тыңлап, Йыл бабайҙың ҡыҙҙары донъяны биҙәй башлаған. Ә һеҙ, дуҫтар, үҙ-ара бәхәсләшмәй, атай-әсәйегеҙҙе тыңлап ҡына йөрөйһөгөҙмө?
VIII «В» синыфы уҡыусыһы.
Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия.