+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ижади түңәрәктәрҙә
26 Ноябрь 2021, 12:20

"Сөмбөлә" байрамы

Яңыраҡ музыка етәксеһе Наилә Роберт ҡыҙы Шәйехнурова менән «Сөмбөлә» байрамын үткәрҙек.

"Сөмбөлә" байрамы
"Сөмбөлә" байрамы

Был көндө тышта һалҡынса, йәмле йәйҙең ҡояш нурҙары етмәй, ә балалар баҡсабыҙҙың эсендә йылылыҡ бөркөлөп тора ине. Әлеге байрам көҙгө уңыш йыйыу тамамланғандан һуң ойошторола. Кескәйҙәр­ҙең «йәшелсәләр» менән бергәләп ярышыу­ҙары, күңелле бейеүҙәр, йырҙар, шиғыр һөйләүҙәр сараға йәм генә өҫтәне. Иң мөһиме: бында ҡыҙҙар һәм малайҙар икмәктең ниндәй ҡәҙерле ризыҡ, көҙҙөң дә үҙ матурлығы бар икәнен белде.
Байрамдың бик иҫтә ҡалырлыҡ, сағыу күренеше, сюрпризы Сөмбөләнең ҙур кәрзиндәге эре, ҡыҙыл алмалары булды. Улар балаларға таратылды.

Флорида АБДУЛЛИНА,тәрбиәсе.
Өфө ҡалаһы,
221-се башҡорт балалар баҡсаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: