+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ижади түңәрәктәрҙә
10 Февраль 2022, 13:05

Балалар

Һүҙ – Ауырғазы районы Талбазы башҡорт гимназияһының III синыф уҡыу­сыларына. Етәкселәре – Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы Һатлыҡова.

Балалар
Балалар

Балалар

Әкрен генә ябалаҡлап,
Ап-аҡ ҡарҙар яуалар.
Саналар һөйрәп балалар
Тау шыуырға баралар.

Розалиә МӨХӘМӘТШИНА.


Ҡыш

Көндәр һыуытты,
Уйнай ҡар-буран.
Ап-аҡ буяуға
Мансылды урам.

Данил ӘЛИМБӘКОВ.

Буран

Эй, һыҙғыра әсе буран
Төнө буйы туҡтамай.
Ярай ишегебеҙ бикле,
Әллә инергә уйлай?

Әмир МӨХӘМӘТОВ.

Тышта күңелле

Ҡышын шундай саф һауа,
Матур итеп ҡар яуа.
Беҙ уйнайбыҙ ҡар менән,
Тышта күңелле гелән.

Ҡар бабай

Апайым менән икәүләп
Әүәләнек Ҡар бабай.
Ҡары ғына епшек булһын,
Уны яһау яп-ябай.

Данил СИСИН.

Ҡыҙылтүш

Әсе ел тәҙрә ҡаға,
Ябалаҡлап ҡар яуа.
Ҡыҙылтүш һыуыҡ тип тормай,
Миләш менән һыйлана.

Көтөп алалар

Ҡыш етеүен балалар
Һағынып көтөп алалар.
Тау башынан түбәнгә
Елә генә саналар!


Ислам ҒӘЛИУЛЛИН.


Бүләктәр бирҙе

Беҙгә ҡунаҡҡа
Ҡыш бабай килде.
Күп тәмлекәстәр,
Бүләктәр бирҙе.


Ильяс МӨХӘМӘҘЙӘРОВ.


Тауға ашығам

Ҡышҡа шатланып,
Йөрөйөм көйләп.
Тауға ашығам
Санамды һөйрәп.


Самат ҺАТЛЫҠОВ.

Фото:https://yandex.ru/images/search?text

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: