-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Матур йәшәргә тырыш

Әсәй – иң яғымлы кеше,

Матур йәшәргә тырыш
Матур йәшәргә тырыш

Ул беҙгә ғүмер  биргән.

Бары бәхет кенә теләп,

Һөйөп, наҙлап үҫтергән.

 

Әсәй – ул беҙҙең тормош!

Әсәй – ул  беҙҙең яҙмыш!

Ҡәҙерлеңде ҡыуандырып,

Матур йәшәргә тырыш.

Снежанна БРАГИНА.

 

БӘХЕТТӘ ҮҪЕП КИЛӘМ

 

Әсәкәйем – гөл генәм,

Һин бит минең бер генәм,

Һөүөү нурыңа ҡойоноп,

Бәхеттә үҫеп киләм.

ңғанлығың һоҡландыра,

Аштарың да бик тәмле.

Һин үҫтергән гөлдәр менән

Йортобоҙ ҙа бик йәмле.

 

Айназ РАФИҠОВ.

 

БАР ЭШКӘ ЛӘ ӨЛГӨРГӘН

Әсәйем тик тора белмәй,

Табаҡ-һауытын йыуған,

Иҙәнде лә һепергән,

Ашарға ла бешергән.

 

Балалар баҡсаһынан ,

Һеңлемде барып алған.

Бар эшкә лә өлгөргән

Әсәйем минең уңған!

Әҡсән БАЙКОВ.

 

ӨЙ ЙӘМЛЕ

Әсәйемдең аштары

Телде йоторлоҡ тәмле.

Ҡояш кеүек үҙе лә

Әсәй менән өй йәмле.

Радим ИБӘТУЛЛИН.

 

Үҫеүҙәре бик рәхәт

 

Әсәйемдең күңелендә

Беҙгә оло мөхәббәт.

Яғымлы һүҙҙәрен тыңлап,

Үҫеүҙәре бик рәхәт.

Бәләләрҙән дә һаҡлай,

Насар күҙҙән дә яҡлай.

Ҡулдары уның алтын,

Йөрәге  тулы ялҡын.

Искәндәр МӨХӘМӘТШИН.

 

ӘСӘКӘЙЕМ – ҠОЯШЫМ

Әсәкәйем – ҡояшым,

Йылы нурҙар тарата.

Арҡамдан һөйөп алыуын

Бигерәк тә яратам.

Ҡәҙерлемә ярҙам итәм,

Өйҙө лә йыйып ҡуям,

Иҙәнде лә һеперәм,

Һауыт-һабаны йыуам,

Әсәйем ял итһен, тип

Һеңлеләремде тыям.

Раян ӘХМӘТОВ.

 

МӘҢГЕ ЙӘШӘ!

Тормош юлың балҡып торһон,

Шат булһын күңелкәйең.

Мәңге йәшә, сәләмәт бул,

Ҡәҙерле әсәкәйем!

 

Айгиз МӘҮЛИТОВ,

IV синыф уҡыусылары.

Ауырғазы районы,

Талбазы башҡорт гимназияһы.

Фото:https://yandex.ru/images/search?from

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: