+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Олатай

Күңелемдең иң түрендә

Олатай
Олатай

Урын алды олатайым.
Уның менән бәйле хисте
Иң ҡәҙерле тип һанайым.
Миңә әйткән һәр бер һүҙең
Ҡолағымда сыңлай һаман.
Һинең янда булдым һәр саҡ
Шат күңелле ғәмһеҙ бала.
Эй, шәп йырлай инең үҙең,
Көслө итеп, дәртле итеп.
Ошо йырҙар һаман сыңлай
Күңелемде елкендереп.
Баштарымды һыйпағанда
Бар ҡайғымды һыпырып алдың.
Ҡайтҡан саҡта һағышланып,
Моңһоу ғына тороп ҡалдың.
Аҡҡан һыуҙай үтә ғүмер,
Артта ҡала айҙар, йылдар.
Олатайҙы көтә күңел,
Һис баҫылмай һағыныуҙар.

Әҙилә ҒӘЗИЗОВА, X синыф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Фото:https://yandex.ru/images/search?te

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: