Әсәйемдең исеме – Айгөл. Уның яҡты йөҙөн күреп уяныу, йылы ҡосағында иркәләнеү – минең өсөн оло бәхет.
Әсәйем беҙҙе тик яҡшыға ғына өйрәтә. Изге кәңәштәре менән дөрөҫ юлдан ғына барырға ярҙам итә. Мин уның уңғанлығына, тырышлығына, сабырлығына һоҡланам. Әлдә һин бар әле донъяла, тип ҡыуанам.
Азалиә ҒӘНИЕВА,
VII синыф уҡыусыһы.
Благовар районы, Шарлыҡ мәктәбе.