Синыфыбыҙҙа – ун уҡыусы. Һәр беребеҙ үҙенсә һәләтле, тырыш, уңған. Уҡыуҙа ла һынатмайбыҙ, ижади бәйгеләрҙә лә әүҙем ҡатнашабыҙ. Синыф етәксебеҙ Гүзәл Рәйес ҡыҙы Йомағужинаны бик хөрмәт итәбеҙ, уның һәр әйткән һүҙен иғтибар менән тыңлайбыҙ, ҡушҡан эштәрен ваҡытында үтәйбеҙ.
Быйылғы уҡыу йылыбыҙ бик уңышлы үтеп бара. Айгизә Нуретдинова «Игебай уҡыуҙары» төбәк-ара бәйгеһендә буктрейлер төшөрөп, призёр булһа, Лилиә Ғөбәева – «Һаумы, һаумы, әкиәт!» район конкурсында – III урын, мин иһә район буйынса үткәрелгән һүрәт төшөрөү бәйгеһендә «Ҡотлау открыткаһы» номинацияһында II урын алдым. Ә Сыңғыҙ Сәлмәнов математиканан Гагарин кубогына олимпиадала республика кимәленә үтте.
Шулай уҡ арабыҙҙа ҡәләм тибрәтеүселәр ҙә бар. Бер шәлкем шиғырҙарыбыҙҙы һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.
Балҡып ҡына йәшәһен!
Әсәйемдең ҡарашынан
Йылы нурҙар бөркөлә.
Үҙе һылыу, ҡулы алтын,
Һәр саҡ йылмая, көлә.
Умырзая – яҙ сәскәһен
Бик ярата әсәйем.
Үҙе лә шул сәскә һымаҡ
Балҡып ҡына йәшәһен.
Ә мин ҡулымдан килгәнсә
Уға ярҙам итермен.
Һөйөү-наҙына төрөнөп,
Матур итеп үҫермен.
Этем һәм бесәйем
Этем менән бесәйем бар
Джек һәм Барсик исемле.
Дүрт аяҡлы дуҫтар менән
Уйнауы бик күңелле.
Икәүләшеп оҙаталар
Мәктәпкә киткән саҡта.
Барсик сысҡандарҙы ҡыра,
Ә этем тора һаҡта.
Элина ӘБСӘЛӘМОВА.
Яҙ
Яҡты, нурлы яҙ килде,
Ҡар иреп, ергә һеңде.
Ҡоштар йырҙарын һуҙа,
Моңға сорнап күңелде.
Аҡман-тоҡман
Аҡман-тоҡман
Уҫал яман.
Буран ҡарҙар
Уйнай һаман.
Камилә ШИҺАПОВА.
Бар тереклек һөйөнә
Тыуған ергә яҙ килә,
Ҡояшҡай ихлас көлә.
Сырҡылдашып турғайҙар
Үҙ телендә йырлайҙар.
Ҡар аҫтынан йылмайып,
Умырзая нур сәсә.
Гөрләүектәрҙе күҙәтә,
Эй, кинәнеп Ер-Әсә.
Йылғаларҙан боҙҙар китә,
Ҡоштар ҡайта иленә.
Яҙ миҙгеле етеүенә
Бар тереклек һөйөнә.
Эвелина СУРАҒОЛОВА.
Ҡар яуғанда
Иртәнсәк тышҡа сыҡһам,
Матур итеп ҡар яуа.
Тын алыуҙары ла рәхәт,
Саф һауа – йәнгә дауа!
Әҙ генә ваҡыт үтеүгә
Өйөп тә ҡуйған ҙур тау.
Ҡышын бигерәк күңелле ул
Ҡарҙа тәгәрләп уйнау.
Сана шыуыу, һындар яһау
Шул тиклем оҡшай миңә.
Шуға ҡар яуа башлаһа,
Күңелкәйем һөйөнә.
Эмиль МӨХӘМӘТЙӘРОВ.