Тамаша гимназияның сығарылыш уҡыусыһы, билдәле драматург, күренекле балалар яҙыусыһы Рәсимә Ураҡсинаның «Бүре башы – 12!» пьесаһы буйынса ҡуйылды. Спектаклдең режиссёры – театр етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Әлмира Ҡыуатова, композиторы – Әлфиә Зиннурова, балетмейстеры – Вячеслав Шарун, рәссамы – Әнисә Томаншина, тәрбиәселәре – Фәимә Ишморатова һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – Римма Тимербулатова.
– Спектакль бик матур ҡуйылды. Балалар барыһы ла тырышып уйнаны, залдағыларҙың барыһы ла оҡшатҡандыр, моғайын. Һәр бер бала үҙенең роленә яуаплы ҡарап, ҡуйылған маҡсаттарын үтәне. Тағы ла спектаклдән һуң уҡыусылар бер-береһе менән нығыраҡ дуҫлашты. Әлмира апай ҙа балалар менән ихлас шөғөлләнде. Шулай уҡ уҡыусылар ҙа үҙен яратып өлгөрҙө. Киләсәктә ошо балалар араһында артист һөнәрен һайлаусылар ҙа булыр, моғайын – ти башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Римма Тимербулатова.
Фото: Әҙилә Ғәзизова.