-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Ижади түңәрәктәрҙә
29 Ноябрь 2022, 16:50

Һүҙ — Хәйбулла районы Әбеш мәктәбе уҡыусыларына

Беҙҙең Әбеш мәктәбенең V синыф уҡыусылары бик тырыш һәм уңғандар. Беренсе сиректе «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә тамамланылар, белем усағында уҙған бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнаша­лар.

Уларға көҙгө каникул ваҡытында шиғыр яҙып килергә ҡушылғайны. Әйҙәгеҙ, ижад емештәрен бергәләп уҡып ҡарайыҡ.

Әминә ЮНЫСОВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Хәйбулла районы.

Көҙ

Үтте йәмле йәй, көҙҙәр ҙә етте,

Сәскәләр кипте, ҡоштар ҙа китте.

Һис бер туҡтамай ямғырҙар яуа,

Тау-тау болотҡа ҡапланған һауа.

 

Һары япраҡтар елгә шаулайҙар,

Көҙҙөң көйҙәрен өҙөлөп йырлайҙар.

Һәр бер миҙгелдең үҙ матурлығы,

Сабый балалай була ҡылығы.

Уйнай ел-бурандары

Көҙ ҙә үтте, ҡыш та етте,

Уйнай ел-бурандары.

Тәрән көрткә күмелгән

Ауылым урамдары.

Бәхетле йәшәйем

Донъяла иң ҡәҙерлеһе –

Атайым һәм әсәйем.

Һеҙҙең изгелекте күреп,

Мин бәхетле йәшәйем.

 

Рәхмәт һеҙгә, атай-әсәй,

Булдығыҙ һәр саҡ терәк.

Тура юлдан барыр өсөн

Доғаларығыҙ кәрәк!

Алмас СУРИН.

Мәктәбем

Әбешемдең мәктәбен

Бөтә халыҡ ярата.

Уҡытыусылар бит беҙгә

Ғилем нуры тарата.

 

Рәхмәт, белем усағым,

Яҡты киләсәк өсөн.

Ҙур үҫеп, буйға еткәс,

Тир түгербеҙ ил өсөн.

Гөлфинә ҠЫҘРАСОВА.

Ҡәҙерлеләрем

Әсәй бит беҙгә терәк,

Уны тыңларға кәрәк.

Йылы уның ҡосағы,

Һаҡлай ғаилә усағын.

 

Ә атайым – беҙҙең тотҡа,

Яғымлы ҡараштары.

Күңелемде нурлап тора

Аҡыллы кәңәштәре.

Нәргизә КҮСКИЛДИНА.

Балҡып йәшәһен!

Һөйә-һөйә, иркәләп

Уята гел әсәйем.

Булғас шундай әсәйем,

Бик тә рәхәт йәшәйем.

 

Һәр аҡыллы ҡыҙ-малай,

Ҡәҙерләй үҙ әсәһен.

Улар бит ҡояш төҫлө,

Һәр саҡ балҡып йәшәһен!

Арыҫлан ХӨСӘЙЕНОВ.

Әсәйем

Әсәйем иртүк тора,

Самауырын ҡайната.

Тәмләп-тәмләп сәй эсергә

Шунан беҙҙе уята.

 

Әсәй менән сәй эсеүе

Үҙе бер байрам инде.

Ҡасан ғына дәрес бөтөп,

Өйөмә ҡайтам инде.

Азамат ӘМИНЕВ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: