-2 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Ижади түңәрәктәрҙә
22 Декабрь 2022, 15:50

Һүҙ – Хәйбулла районы Аҡъярҙағы 2-се мәктәп уҡыусыларына

Һәйкәл ҡойор инем

Әсәй» тигән ҡыҫҡа ғына һүҙгә,

Бөтә донъя һыйған, һыйынған.

Ҡояштың да иң-иң наҙлы нуры

Әсәй йөрәгендә ҡойолған.

 

Изгелектән тора һәр бер һүҙе,

Ҡараштары һирпә йылылыҡ.

Теләктәрҙән һәйкәл ҡойор инем,

Әсәйҙәр бит быға бик лайыҡ.

Фәүзинә РӘЙЕМОВА.

Ҡояштың үҙе кеүекһең

Әсәкәйем, ҡәҙерлем,

Һинән яҡын кеше юҡ.

Һин булғанға бәхетлебеҙ,

Нурҙар сәсеп тора йорт.

 

Ҡояштың үҙе кеүекһең,

Көләс һәр саҡ йөҙҙҙәрең.

Ҡараштарың да иркәләй,

Йылы әйткән һүҙҙәрең.

Динара АБДУЛЛИНА.

Иң ҙур теләгем

Дүртәү генә булһаҡ та беҙ,

Тормоштан йәм табабыҙ.

Атай-әсәй янда саҡта

Һынмаҫ пар ҡанатыбыҙ.

 

Минең иң ҙур теләгем –

Ғаиләмдең берҙәмлеге.

Берҙәм ғаилә, татыу ғаилә –

Илемдең күркәмлеге.

Эмилия ӘБДРӘХИМОВА.

Ҡәҙерлем

Әсәй», – тиеп телем асылған,

«Әсәй», – тием ҡолап-йығылһам,

Ҡәҙерлем – миңә оло таяныс,

Әсәйле булып үҫеү ҡыуаныс.

 

Әсәйҙәр бит ул Хоҙайҙан бүләк,

Һөйөүгә тулған иң изге йөрәк.

Бәхетле генә була күр, әсәй,

Минән бары тик ошондай теләк.

Эльмира ТОРҺОНБАЕВА.

Килә башым эйәһе

Кем һуң беҙгә, тыуғас:

«Балам!» – тиеп

Наҙлы тауыш менән өндәшә?

Һәммәбеҙгә нурлы ҡояш кеүек

Йылылығын тигеҙ өләшә!

Һин һуң әллә изге фәрештәме,

Әллә инде тылсым эйәһе?

Йөрәк йылың өсөн рәхмәт әйтеп,

Килә бөгөн башым эйәһе.

Ынйы БҮКӘНБАЕВА.

Иркәләй, йылыта

Әсәйем ярата,

Ҡояшым яҡтырта.

Икеһе лә берҙәй

Иркәләй, йылыта.

Айгизә ИСҠУЖИНА, VII "А" синыфы уҡыусылары.

Хәйбулла районы, Аҡъярҙағы 2-се мәктәп.

Фото: fotocdn.ne

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: