“Әйҙә уйнарға” бөтә Рәсәй уйындар фестивалендә уҡытыусылар, ата-әсәләр һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн ике айырым майҙансыҡ булдырыла. Ҡунаҡтарҙы СТЭМ-белем биреү, конструкциялау, моделдәр эшләү, тәжрибәләр үткәреү, робототехника, арт-сәнғәт, балаларҙың аҡыл ҡеүәһен үҫтереү буйынса 50-нән ашыу оҫталыҡ дәресе көтә. Йәнә балаларға ижади яҡтан үҫешергә, төрлө уйындар уйнарға, ата-әсәләр һәм уҡытыусыларға дидактик әсбаптар алырға була. Балаларҙы тәрбиәләү буйынса консультация ла үтәсәк.
Фото: yandex.ru.