-9 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Ижади түңәрәктәрҙә
1 Октябрь 2023, 11:00

1 октябрь – Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө

Ололар көнөнә ҡарата уҡыусыларым – IV синыфта белем алыусы малай­ҙар һәм ҡыҙҙар менән иншалар конкурсы үткәрҙек. 

1 октябрь – Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө
1 октябрь – Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө

Һәр береһе яҡындары тураһында йылы һүҙҙәрен яҙҙы. Ә был уҡыусылар өләсәй һәм олатайҙары тәрбиәһендә үҫә. Улар төрлө сәбәптәр арҡаһында уллыҡҡа алынған. Татыу, матур ғаиләләрҙә үҫәләр.
Һеҙгә уларҙың яҙмаларын тәҡдим итәм.


Гөлгөнә УЙЫЛДАНОВА, уҡытыусы.
Баймаҡ районы, Ҡолсора урта мәктәбе.

Әсәй менән атай кеүек

Йәнһылыу өләсәйем һәм Хәлит олатайым – иң яҡын кешеләрем. Улар миңә әсәй менән атай кеүек. Өләсәйем күп эштәр белә һәм миңә лә өйрәтә. «Өйрәнгәнең үҙеңә», – тип әйтергә ярата. Уның менән өй эштәрен бергә башҡарабыҙ, ә олатайым менән дәрес әҙерләйбеҙ.
Мин тормошомдо уларһыҙ күҙ алдыма килтерә алмайым. Хәлит олатайым ауырымаһын, Йәнһылыу өләсәйем гел эргәмдә булһын ине. Оҙаҡ йәшәгеҙ, олатай һәм өләсәй!

Камилла САМАРБАЕВА.

 

Уҡытыусы булып эшләй

инең өләсәйем Миңлегөл Вәхит ҡыҙы бына 37 йыл инде Ҡолсора мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Әле I синыфҡа килгән кескәйҙәргә белем бирә. Уның эше ауыр, шуға гел ярҙам итергә әҙермен.
Өләсәйем мине күп нәмәгә өйрәтә, бөтә эште икәүләп башҡа­рабыҙ. Үҙен ныҡ яратам, уға һаулыҡ теләйем.


Азалиә ЛАТИПОВА.

 

Рәхмәтем әйтеп бөткөһөҙ

Өләсәйемдең исеме – Хәтирә, ә олатайымдыҡы – Рәмил. Улар беҙҙе тәрбиәләү өсөн күп көс һала. Олатайым ауырығас, беҙ Рушан ағайым менән уға гел ярҙам итәбеҙ. Мал ҡарайбыҙ, утын әҙерләшәбеҙ. Йәйгеһен бесәнгә лә бергәләп йөрөнөк. Эш бөткәс, өләсәйем ҡайнатҡан тәмле сәй менән һыйландыҡ.
Хәтирә өләсәйем 36 йыл мәктәптә уҡытыусы булып эшләп, хәҙер ял итә.Олатайым колхозда комбайнсы булған. Уларға рәхмәтем әйтеп бөткөһөҙ.


Арыҫлан КӘРИМОВ.

1 октябрь – Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө
1 октябрь – Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө
1 октябрь – Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: