+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ижади түңәрәктәрҙә
21 Октябрь 2023, 11:00

Оҫталар икән!

Беҙгә хат менән Мәләүез ҡалаһындағы Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһының I “А” синыфы уҡыусыларының тәбиғи материалдан эшләнгән яһалмалары фотолары килеп төштө.

Оҫталар икән!
Оҫталар икән!

Күҙ яуын алырлыҡ эштәрҙе балалар уҡытыусылары ярҙамында башҡарған. Эльвира Рамаҙан ҡыҙы Ғәлина уларға тирә-йүндәге матурлыҡты күрергә һәм үҙҙәренә лә тыуҙырырға өйрәтә. Камил Хөсәйенов, Илсур Әбдрәхмәнов, Дилара Мәүлетова, Радмир Мостафин, Ислам Ғатауллин, Данияр Ҡотлоюлов, Әҙилә Нияҙғолова һәм Әҙилә Усманованың эштәрен ҡарап, һеҙ ҙә өлгө ала алаһығыҙ.

Быйыл гимназияға уҡырға 77 бәләкәс килгән. Уларҙың 33-ө Эльвира Рамаҙан ҡыҙының синыфында белем ала. 18 ҡыҙ һәм 15 малайҙың барыһы ла бер төптән тырыш. Ихласлап уҡырға, яҙырға өйрәнәләр. Ата-әсәләр ҙә әүҙем икән. Афарин!

Оҫталар икән!
Оҫталар икән!
Оҫталар икән!
Оҫталар икән!
Оҫталар икән!
Оҫталар икән!
Оҫталар икән!
Оҫталар икән!
Оҫталар икән!
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: