+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Кәрәҙ" түңәрәге ағзалары ижады

Һүҙ – Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес моделле ауыл китапханаһының «Кәрәҙ» түңәрәге ағзаларына. Етәкселәре – Фәүриә Әбүталипова.

"Кәрәҙ" түңәрәге ағзалары ижады
"Кәрәҙ" түңәрәге ағзалары ижады

Ҡыш бабай
Аҡ бурандар туҙҙырып,
Ҡыш бабай килде елеп.
Күстәнәстәрен дә күргәс,
Беҙ ҡаршы алдыҡ көлөп.
Амелия МОЗАФАРОВА.


Матур булып үҫһен
Шыршының урынына
Беҙ биҙәнек фикусты.
Матур тәтәйҙәр элгәс,
Ул ҡупшы килеп сыҡты.
Әсәй әйтте: «Беҙ шыршыны
Ҡырҡып алмайыҡ!
Әйҙә үҫһен матур булып,
Шуны аңлайыҡ!»
Нурсилә ХӘСӘНОВА.


Тыныслыҡ килтерһен
Ҡар-бурандар араһынан
Аждаһа йылы елә.
Беҙгә бәхет, шатлыҡтарын
Мул итеп тейәп килә.
Беҙ көтәбеҙ Яңы йылды
Ихлас шатланып-көлөп.
Илгә тыныслыҡ килтерһен
Ҡанаттарында елеп.
Ағайым һуғыштан ҡайтһын
Бар дошмандарҙы еңеп!
Карина МОЗАФАРОВА.


Ҡар араһына боҫто
Өйҙөң тәҙрә төбөндә
Аҡ бесәйем ултыра.
Ел малайы, ҡар туҙҙырып,
Тышта инде ҡотора.
Ел малайын күрһәтергә
Бесәйҙе алып сыҡтым.
Тик ул һикереп ҡасты
Һәм көрткә инеп боҫто.
Милена БОҪҠАНОВА.


Яңы тун
Ҡуян яңы тун кейгән,
Үҙе уны белмәгән.
Урманда көҙгө юҡ бит,
Матур тунын күрмәгән.
Эй ҡайғырған: Яңы йылға
Иҫкеләме барырға?
Иптәштәргә күренмәйсә
Ҡайҙа ҡасып ҡалырға?
Көндәр һыуып, йылға туңғас,
Ҡуян шыуырға килгән.
Боҙҙа үҙен күреп ҡалып,
Ҡыуанысынан көлгән.
Алина ВӘЛИЕВА.


Шыршы
Яңы йыл етеп килә,
Беҙ биҙәйбеҙ шыршыны.
Урмандан ҡырҡҡанды түгел,
Яһалманы, ҡупшыны.
Күмәкләшеп тәгәрләтеп,
Аҡ ҡарҙан эшләп ҡуйҙыҡ.
Гирляндаларҙы ла элгәс,
Һоҡланып ҡарап торҙоҡ.
Аделина ХӘСӘНОВА.


Тау батшаһы

Тау башында күмәкләшеп
«Тау батшаһы» уйнайбыҙ.
Күпме генә өшөһәк тә,
Арымайбыҙ, туймайбыҙ.
Азамат ХӨСНӨТДИНОВ.

Һағынғайныҡ

Ҡыш бабайҙы һағынғайныҡ –
Аҡ ҡарҙан эшләп ҡуйҙыҡ.
Күҙҙәрен һәм танауын
Күмер менән беҙ уйҙыҡ.
Рәмзилә ИШТУҒАНОВА.

Бик кәрәк бүләк

Һеңлем бигерәк тик тормай,
Фантазияға бик бай.
Ҡайсы тотоп ҡарҙар киҫә,
Яһайыҡ, ти, Ҡыш бабай.
Ҡурсағына күлдәк тегә
Ҡарһылыуға оҡшатып.
Аҡ айыуҙан Ҡыш бабайҙы
Яһап ҡуйған – шаҡ ҡаттыҡ.
Бер ҡараһам, тоҡсайҙарҙан
Үҙенә күлдәк теккән.
Ул костюмды күреп ҡалып,
Атайҙың һушы киткән.
Ҡул оҫтаһы магазиндан
Бер ҡапсыҡ бүләк алған.
Ҡыш бабай булып кейенеп,
Шыршы аҫтына һалған.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: