+6 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Әкиәт ҡуйҙыҡ

Синыфыбыҙ менән «Бүре һәм Кәзә» әкиәтен сәхнәләштерҙек. Әйтеүе генә анһат, күпме көс түгергә тура килде. Ролдәрҙе бүлгәс, дәрестән һуң репетицияларҙа һүҙҙәрҙе ятланыҡ. Үҙебеҙгә ярашлы костюмдар ҙа әҙерләнек.

Әкиәт ҡуйҙыҡ
Әкиәт ҡуйҙыҡ

Беҙҙең синыфтан Лилиә Ғөбәева, Айгизә Нуретдинова, Эвелина Сурағолова, Нургөл Аҙнабаева, Наҙлыгөл Әбҡәдирова, Элина Әбсәләмова, Русалина Һибәтуллина һәм мин кәзә бәрәстәре булып уйнаныҡ. Ә әсәйебеҙ ролен IX синыфтан Алина Иҙрисова башҡарҙы. Шулай уҡ VI синыфтан Мирас Мостафин – Хужа, ә синыфташым Арыҫлан Аҙнабаев Эт булып килештерҙе.
Тәүге тапҡыр сәхнәгә сығып, әкиәт ҡуй­ҙыҡ. Ныҡ оҡшаны, тағы ла ҡатнашырға теләгем ҙур. Бының өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсөм Урал ҡыҙы Йылҡыбаеваға рәхмәт әйтәбеҙ. Ул өйрәтә беҙгә сәхнә серҙәрен.


Камила ШИҺАПОВА,
V синыф уҡыусыһы.
Белорет районы, Шығай мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: