+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Йондоҙҙарға оҡшатам...

Һүҙ – Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейы уҡыусыларына.

Йондоҙҙарға оҡшатам...
Йондоҙҙарға оҡшатам...

Әсәйем
Иң ҡәҙерле, иң наҙлыһы
Тик әсәй генә булыр.
Уның шат йылмайыуынан
Өйөбөҙ нурға тулыр.
Ҡышҡылыҡҡа матур итеп
Бейәләй бәйләп бирер,
Һәр күҙенә бейәләйҙең
Күҙ нурҙары һибелер.
Сәскәләр менән нағышлап
Яулыҡ, ҡулъялыҡ сигер.
Ҡыҙ балама, тиеп ҡашмау
Мәрйенләп эшләп бирер.
Уның ҡулы йомшаҡ булһа,
Һүҙҙәре тағы наҙлы.
Иртән һөйөп ул уятһа,
Ҡояш йылмайыр тағы.
Әсәй – ҡояш, әсәй – бәхет,
Шунан башҡа ни кәрәк?
Уның янда беҙгә рәхәт,
Беҙ шуға бәхетлерәк.
Әҙилә МЫРҘАҒӘЛИНА.


Һин тип йәшәйем
Әсәкәйем, һин – ҡәҙерлем,
Үҙең кеүек әйтәйем.
Күҙ нурым һин, бер бөртөгөм,
Һин тип кенә йәшәйем.
Тәмле бешкән икмәгеңдең
Еҫтәре һинең кеүек.
Йылмайып бер көлөүҙәрең
Өйҙөң бер ҡото кеүек.
Мин бурыслы барыһына –
Донъяға тыуғаныма,
Өҫтөм бөтөн булғанына
Һәм белем алғаныма.
Наҙгөл ӘХМӘТОВА.


Берҙән-берем
Әсәйем, берҙән-берем,
Һин бит – минең бәхетем.
Әсәйем, берҙән-берем,
Маяғы ғүмеремдең.
Оҡшатамын мин һине
Иң матур гөл-сәскәгә.
Оҙон ғүмер, шатлыҡ, бәхет
Теләйем ҡәҙерлемә.
Фәнзил КИЛДЕБАЕВ.


Күҙ нурым
Күҙ нурым һин, әсәйем!
Мин бит һин тип йәшәйем.
Һин – иң ҡәҙерле кешем,
Һин булғас, мин йәшнәйем.
Һинһеҙ ҡыҙығы булмаҫ
Йәшәүҙең был донъяла.
Кәйефем күтәрелә
Һин булғанда янымда.
Диана ҒӘЛИНА.


Көс алам
Әсәкәйем, һине күргән һайын
Йәшәү сәме арта күңелдә.
Сихри көстө, әсәй, һинән алам,
Иң ҡәҙерле, ғәзиз кешемдән.
Күңел һыҙлағанда, ауыр саҡта
Һинең яндарыңа ашығам.
Өйөң йылы, тәмле ашың бешкән,
Наҙлап һыйпайһың һин
башымдан.
Руслан ҺАМАРБАЕВ.


Йондоҙҙарға оҡшатам
Күҙгә ҡарап әйтә алмаһам да,
Наҙлы һүҙҙәр минең күңелдә.
Уларҙы ҡағыҙға яҙып һалам,
Артыҡ ҡыйыуһыҙ шул үҙем дә.
Әсәкәйем, иң ҡәҙерле кешем,
Һине бик тә, бик тә яратам.
Нурҙар бөркөп торған күҙҙәреңде
Сағыу йондоҙҙарға оҡшатам.
Мәктәптән ашҡынып ҡайтыуыма
Бешкән төрлө тәмлекәстәрең.
Өйөбөҙҙөң тәҙрә төбөн биҙәй
Матур-матур сәскә, гөлдәрең.
Инсаф ЗӘЙНУЛЛИН.


Яратып һөйә
Мин яратам әсәйемде,
Ул бит ҡәҙерлем минең.
Әсәй – минең йәшәүемә
Мәғәнә биргән кешем.
Ҡара күҙле, оҙон сәсле,
Һылыуҙан-һылыу үҙе.
Наҙлы һәм йомшаҡ ҡулдары
Яратып һөйә беҙҙе.
Зөлхизә ДӘҮЛӘТБАЕВА.


Аңланым мәғәнәһен
Әсәй хикмәтле һөйләй,
Һәр һүҙе йомаҡ төҫлө.
Шул һүҙҙе аңлай белһәң,
Һин булырһың бик көслө.
«Үҫкәнеңдә телең бел,
Йәшәүеңдең ҡотон бел».

Уйлап йөрөп бөтәһен,
Аңланым мәғәнәһен.
Искәндәр ЙОСОПОВ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: