+14 °С
Ясно
VKOKTelegram
Ижади түңәрәктәрҙә
14 Марта 2024, 16:00

Сәхнәгә сыҡтылар

Ғаилә йылы һәм Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан баш ҡаланың Совет районы хакимиәте ижади бәйге иғлан иткәйне. Унда балалар баҡсалары, мәктәптәр, өҫтәмә белем биреү учреждениелары ҡатнаша алды. Сәхнә әҫәре әҙерләп, уны видеояҙма рәүешендә жюри хөкөмөнә ебәрергә кәрәк булды.

Сәхнәгә сыҡтыларСәхнәгә сыҡтылар
Сәхнәгә сыҡтылар

251-се балалар баҡсаһы коллективы, ғәҙәттәгесә, ҙур дәрт менән ҡушылды был бәйгегә. Бер саранан да ситтә тороп ҡалмайҙар шул улар! Был юлы Сергей Михалковтың “Рәхмәтле ҡуян” шиғырын һайлап, уның буйынса театр постановкаһы әҙерләй башланылар.

– Тәрбиәселәр ихлас ярҙам итте. Ҡурсаҡ театры булараҡ әҙерләгәс, ошо персонаждарҙы тегергә кәрәк ине. Күмәкләп башҡарып сыҡтыҡ эште, – тип һөйөнә музыкаль етәксе Гөлнара Гизәр ҡыҙы Ғиззәтуллина.

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө балалары ролдәрен килештереп уйнай, бер ҙә хаталанмай. Видеояҙманы ебәреп, киләһе этапҡа саҡырыу ала улар. Унда ла яҡшы сығыш яһарҙар!

Сәхнәгә сыҡтылар
Сәхнәгә сыҡтылар
Сәхнәгә сыҡтылар
Сәхнәгә сыҡтылар
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас