Бөтә яңылыҡтар
Ижади түңәрәктәрҙә
13 Декабрь 2024, 13:05

Һүҙ – Стәрлетамаҡ уҡыусыларына

Стәрлетамаҡтағы Ленин исемендәге 2-се интернат-лицей уҡыусыларының ат тураһында яҙған матур шиғырҙарын уҡып ҡарағыҙ әле, дуҫтар. Етәкселәре – шағирә Зөһрә Үтәғолова.

Һүҙ –  Стәрлетамаҡ уҡыусыларына
Һүҙ – Стәрлетамаҡ уҡыусыларына

     Башҡорт аты
Башҡорт аты – тоғро дуҫ ул,
Һынатмай һис ваҡытта.
Ирек даулап яугир менән
Һыйынды бер окопҡа.
Яраланған хужаһын ат
Яңғыҙын ҡалдырманы.
Яугирынан яҙғанда ла
Дошман атландырманы.
Тиберен'тибеп немецты,
Иҫән ҡайтты Керчыбыҙ.
Яҡлап'һаҡлап башҡорт атын,
Беҙ йәшәргә тейешбеҙ!
Гөлдәриә АЛЛАБИРҘИНА.


Ут-һыуҙарға сыҙамлы
Бигерәк көслө башҡорт аты,
Ут'һыуҙарға сыҙамлы.
Ат эйәрләп бер сапмаған
Ерҙә башҡорт булырмы?!
Ирек яулап алышҡанда
Иңдәр ҡуйылды иңгә.
Аты менән батыр ҡайтты,
Дошманды өйөп көлгә!
Тибенлектә башҡорт аты,
Ҡаҙаулы ҡолаҡ беҙҙәй.
Уяулығын онотмай ул,
Йыраҡ араны күҙләй.
Илнара ИБРАҺИМОВА.
Яу һуҡмағы
Ҡала осҡон өйөмдәре
Ат тояғы эҙҙәренән.
Башын ташлап алға елә,
Батҡаҡ кисеп теҙҙәренән –
Яуға саба башҡорт аты,
Дәүерҙәр аша һикереп.
Ил оранын ишеткәс тә
Дошманды ҡыуа елдереп.
Әлдә һин бар, башҡорт аты!
Һыуынмай яу һуҡмаҡтарың.
Бөгөн дә һин тар юлдарҙан,
Хәрби бурыс үтәргә тип,
Һалдаттарҙы оҙатаһың.
Нелли ЛАТИПОВА.


Лайыҡ хөрмәткә
Ат – оло ярҙамсы,
Терәк ул тормошта.
Яугирҙан ҡалышмай
Алышты һуғышта.
Дошманға ынтылды,
Баҫып аяғүрә.
Француз ҡотон алды
Атлы Ҡаһым түрә.
Башҡорт аты лайыҡ
Алтын дағаларға.
Ер йәмдәрен һаҡлап
Алып ҡалғанына!

Ләйсән МУСИНА,
VIII «Д» синыфы
уҡыусылары.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы,
Ленин исемендәге
2-се интернат-лицей.

Фото: vk.com/bash_at

 

Һүҙ –  Стәрлетамаҡ уҡыусыларына
Һүҙ – Стәрлетамаҡ уҡыусыларына
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: