-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ижади түңәрәктәрҙә
14 Апрель 2025, 12:35

Төҫтәр донъяһында

Ниңә ҡыҙыл, күк һәм һары төп төҫтәр һанала? Ә аҡ, йәшел был исемлеккә кермәйме ни? Ошо һорауҙарға яуапты «Ракурс» түңәрәгенә бар­ғанда белеп ҡалдым.

Төҫтәр донъяһында
Төҫтәр донъяһында

Баш ҡалала балаларҙың һәләттәрен төрлө яҡлап үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе түңәрәктәр күп. Шуларҙың береһе – «Эколог» үҙәгенә ҡараған «Ракурс». Бында балалар һүрәт төшөрөү серҙәрен өйрәнә. Сираттағы дәрестә мин дә булдым.
Алмаз Рәфил улы Батталов балалар менән был үҙәктә беренсе йыл ғына шөғөлләнә, ошоғаса икенсе урында рәсем дәрестәре биргән. Уҡыусылар түңәрәккә бик теләп йөрөй. Әле биш төркөмдә 7 йәштән алып 17 йәшкә тиклем 40-лап бала иҫәпләнә.
Мин барғанда улар натюрморт төшөрә ине. Тәүге тапҡыр түңәрәккә килгән бала эште нимәнән башлай, тип ҡыҙыҡһынам Алмаз Рәфил улынан.
– Әлбиттә, һәр береһенең һәләтенә, әҙерлек кимәленә ҡарайым, – ти ул. – Тәүҙә төп төҫтәрҙе өйрәнәбеҙ – уларһыҙ һүрәт төшөрөп булмай, сөнки башҡа төҫтәрҙе ҡушып, ҡыҙыл, күк һәм һарыны килтереп сығара алмаясаҡһығыҙ. Ә ҡалған төҫтәрҙе яҡынса «яһап» була.
Иң беренсе пейзаждан башлайбыҙ. Уны аңлатыуы еңелерәк. Ябайҙан ҡатмарлыға табан барабыҙ. Һуңынан натюрмортҡа күсәбеҙ. Натуранан да эшләргә өйрәтәм. Ғәҙәттә, гуашь, акварель менән эш итәбеҙ. Балаларҙың эштәрен төрлө конкурстарға ебәрергә тырышам, призлы урындар алғаныбыҙ бар.
Алмаз Рәфил улы үҙе бәләкәйҙән һүрәт төшөрмәгән, был һәләте унда ҡапыл асыл­ған. Шуға ла уҡып йөрөгән ерен уйламағанда алыштырып, үҙ аллы рәсем сер­ҙәрен өйрәнеп, ошо кимәлгә еткән ул. Тимәк, һәләтеңде үҫтерергә бер ҡасан да һуң түгел! Теләгән кеше тормошон үҙгәртеп ебәрә ала икән.
Балалар менән һөйләшеп алдым. Рания:
– Әле ҡала конкурсына әҙерләнәбеҙ. Һүрәтем Еңеүҙең 80 йыллығына арнала. Мин был түңәрәктә шөғөлләнеүемә шатмын, – ти.
– Бында ҡыҙыҡ. Рәхәтләнеп ижад итәбеҙ. Үҙем артабан һынлы сәнғәт мәктәбенә уҡырға инергә теләйем, – ти Варвара. Уңыштар һеҙгә, балалар!

Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас