Хәҙер инде уның оҫталығына күптәр хайран ҡала. Ә бит Азаматтың ҡарт олатаһы Әхмәтшәриф Утарбай улы Байрамғолов тирә-йүндә билдәле ҡурайсы булған. Уның «Сыңрау торна»ны бик оҫта башҡарыуын Булат ауылының оло кешеләре лә һөйләй. Әхмәтшәриф олатаһы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, яу яланында мәңгелеккә ятып ҡала. Юлай Ғәйнетдиновтың «Ҡурай һәм ҡурайсылар» китабындағы исемлектә лә уның олатаһы бар. Азаматтың ҡурайға тартылыуы, матур уйнауы бына ҡайҙан килә.
Булат ауылында тыуып үҫкән малай Сиҙәм мәктәбендә бишенсе синыфты тамамлағас, Таһир Күсимов исемендәге гимназияға килә. Асҡар сәнғәт мәктәбенең ҡурай бүлегендә лә уҡый башлай. Бәхетенә күрә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илһам Шакиров ҡулына эләгә. Уҡытыусыһы Азаматҡа оло өмөттәр бағлай. Уның ышанысын аҡлап, һәләтле егет төрлө конкурстарҙа призлы урындар яулай башлай. Ә «Йәш таланттар-2023» Бөтә Рәсәй арт-проектының һайлап алыу этабында «Өмөт» дипломы менән бүләкләнеүе оло сәнғәт донъяһына яһаған тәүге аҙымы була. Ошо уҡ йылда Белорет районының Шығай ауылында үткән «Ҡурай сере» бәйгеһендә беренсе дәрәжәләге диплом, аҡсалата премия һәм махсус приз менән бүләкләнә. Уҙған йылда Сибай ҡалаһында уҙған төбәк конкурсында еңеү яулай. Баймаҡта мәшһүр ҡурайсы һәм педагог Кәрим Дияров исемендәге республика ҡурайсылар бәйгеһендә «Ҡурай моңона тоғролоҡ» номинацияһында билдәләнде. Азаматҡа Баймаҡ районы ҡоролтайы ҡиммәтле приз тапшырҙы.
— Республикала халҡыбыҙҙың боронғо уйын ҡоралы — ҡурайға ҙур иғтибар бирелеүе ҡыуаныслы күренеш.10 октябрҙә Ҡурай көнө билдәләнә башланы. Уҙған йылда дәүләт ҡурайсылар ансамбле ойошторолоп, республика буйлап гастролдәргә сыҡты.Апрель айында Асҡарҙа матур сығыш яһанылар. Ансамбль ҡурайҙа уйнау сәнғәтен һәм халыҡсанлығын, боронғо көйҙәрҙе башҡарыу үҙенсәлеген һаҡлау, шул уҡ ваҡытта яңы һулыш биреү, заманса яңғырашта ишеттереү йәһәтенән ҙур эш башҡара, — тип һөйләй профессиональ ҡурайсылар сығыштарын йотлоғоп ҡараған Азамат.
Өлгөр, рухлы егет уҡыуҙа ла һынатмай, гимназияла уҙған сараларҙан ситтә ҡалмай. Әйткәндәй, Азаматтың яратҡан дәресе — башҡорт теле һәм әҙәбиәте. Уҡытыусыһы Айгөл Шәрәфетдинова балаларҙы туған телде ҡәҙерләргә, һаҡларға өйрәтә. Уҡыусыһының ижади бәйгеләрҙә еңеүҙәрендә остазының өлөшө лә ҙур. Гимназияла үткән шиғыр һөйләү конкурсында икенсе урын яулаған. Башҡорт теле көнө айҡанлы «Атам теле, әсәм теле, минең телем» шиғриәт бәйгеһендә «Халҡым хазинаһы» номинацияһында еңгән. Белем усағында ойошторолған «Йөрәк һүҙе» шиғыр бәйгеһендә Азамат әсәһе Ләлә Иҙрис ҡыҙы менән бергә матур сығыш яһап, Гран-при алғандар. Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған район күләмендәге Ошондай ярышта ла әсәһе менән икенсе урынға лайыҡ булалар.
Үҙе лә йыр-моңға ғашиҡ Ләлә апай улына яҡты өмөттәр бағлай һәм лайыҡлы белем алһын өсөн тырыша.
— Киләсәктә ниндәй генә һөнәр һайламаһын, күңелендә ҡурай моңона һөйөү йөрөткән улым тормош һынауҙарына бирешмәҫ, насар ғәҙәттәрҙе үҙ итмәҫ, йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәҫ, минең терәк-таянысым булыр, тип ышанам, — ти Ләлә Иҙрис ҡыҙы.
Азаматҡа киләсәктә тағы ла юғарыраҡ үрҙәр, еңеүҙәр юлдаш булһын.
Динара ДӘҮЛӘТБАЕВА.
Әбйәлил районы.