-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ижади түңәрәктәрҙә
30 Июнь 2025, 10:59

Ҡурай тарта өс егет

Беҙҙе Тәтешлеләге 2-се мәктәптең был өс егете ҡурайҙа уйнап таң ҡалдырғайны. Баҡтиһәң, уларҙы оҫталыҡҡа сәнғәт мәктәбендә Айнур Сәүбән улы Ҡыямов өйрәтә икән.

Ҡурай тарта өс егет
Ҡурай тарта өс егет

Ағайҙары – «Ирәкте» өлгөлө ҡурайсылар ансамбле етәксеһе лә. Хәҙер ниндәй көй­ҙәрҙе генә башҡармайҙар! «Йәш шәһитсе» булған Данил Әхмәтйәнов, Даниил Шәрәфиев, Ранил Бәләғетдинов бар яҡтан да әүҙем, төрлө конкурстарҙа ла ихлас ҡатнаша.
Был ҡурайсылар әле бишенсе синыфты ғына тамамланы. Артабан да уларҙы әүҙемлектәре ташламаһын, Тәтешле башҡорттарының данын арттыртһындар, тип теләге килә.

Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас