-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ижади түңәрәктәрҙә
1 Декабрь 2025, 11:33

«Аҡйондоҙ»ҙоң йондоҙло юлы

«Аҡйондоҙ» интеллектуаль ижад коллективын 2000 йылда, мәктәп театры булараҡ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәриә Сәлим ҡыҙы Яруллина ойоштора. Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт мәктәбе уҡыусыларының иң тәүге сығыштары «Урал батыр» эпосын сәхнәләштереү була.

«Аҡйондоҙ»ҙоң йондоҙло юлы
«Аҡйондоҙ»ҙоң йондоҙло юлы

 –Уҡыусыларым менән иртәнге автобусҡа тейәлешеп, район үҙәгенә конкурсҡа киттек. Ҙур сумкала – үҙебеҙ әҙерләгән костюмдар. Сәхнәләштереүҙә 8 – 9 бала ғына булған өсөн генә республика кимәленә үтмәнек. Балаларҙың сығышын маҡтанылар ,– тип иҫтәлектәре менән уртаҡлашты уҡытыусы.

2007 йылда мәктәптә райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының семинарында Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижады хаҡында «Ул ҡояшҡа китеп бара ине...» исемле тамашакүрһәттек. «Аҡйондоҙ»ҙарҙың сығышы иҫ киткес булды! Хатта уҡытыусылар: «Был тамашаны ҡуйырға ла ҡуйырға кәрәк!» – тип илай-илай ҡарай. Ныҡ оҡшаталар. Бик күптәрҙең хәтерендә уйылып ҡала.

– Балаларҙы туған телдә матур һөйләштерер, уларҙы ҡыйыуландырыр өсөн сәхнәгә сығарырға тырышам.Араларында уҡыу алдынғыһы ла, һаулығы сикләнгәне лә, дәрестәргә әҙерләнмәй, илке-һалҡы йөрөгәне лә бар. Уларҙың сығышын ҡарағандан һуң тамашасы барыһын да тигеҙ ярата, һоҡлана.

Коллектив һәр кемде тәрбиәләй бит: һүҙҙәрҙе, интонацияны тиҙ оталар, бер нисә сығышта тотош тексты иҫтә ҡалдыралар.Берәйһе онотолобораҡ торһа, шунда уҡ ярҙамсылар табыла. Сәхнә ситендә ҡағыҙымды тотоп торһам да, бер ваҡытта ла кәрәге булғаны юҡ. Шәхестәребеҙҙең изге эштәрен, халҡыбыҙға әйткән васыяттарын тормоштарындағы хәл-ваҡиғалар аша 10-15 минутлыҡ тамашалар сәхнәләштереп, ошолай илһөйәрлек тәрбиәләргә тырышам, – ти Сәриә Сәлим ҡыҙы.

«Аҡйондоҙ» театраль төркөм «Тоҡомоңдо һаҡла, Мөйтән бей!», «Аҡтамыр тамыры кеүек...», «Алдар батыр», «Һуңғы аҙым» тигән әҫәрҙәрҙе сәхнәләштергән. Уларҙы ҡанатландырған «Башҡортостан ынйылары» конкурсы бар. Был бәйгелә гел генә республика кимәленә үтергә тырыша йәш артистар. Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт урта мәктәбе яҡташтары: шағир Рафаэль Сафиндың, тел белгесе Ниғмәт Хәкимдең, фашист концлагерынан иҫән ҡайта алған ауылдашыбыҙ Ишмөхәмәт Хәсәновтың, Наполеон ғәскәрен еңеп, Париждан ҡайтҡан кантон башлығы Баймөхәмәт Ҡолшәриповтың яҙмыштарын өйрәнеп, ошо конкурста әллә нисә тапҡыр ҡатнашалар.

Билдәле яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның «Һылыуҡай»документаль повесында беҙҙең район ҡыҙы, Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағынаса ялан госпиталендә шәфҡәт туташы булған Һылыу Әхмәтова хаҡында яҙыла. 80 йәшлек юбилейы айҡанлы, Мәрйәм Сабирйән ҡыҙына рәхмәт йөҙөнән, 579 саҡрым юл үтеп, «Аҡйондоҙ» ижади коллектив Иҫәнғол сәхнәһендә «Һылыуҡай» ҙы сәхнәләштерҙе. Ейәнсуралар уларҙың сығышын һоҡланып ҡарай, алҡыштарға күмә.

– Әле быйыл беҙҙең ауылда мәктәп асылыуға – 100 йыл. Бынан бер быуат элек булған ваҡиғаны сағылдырып, «Белем кәрәк, туғандарым!» исемле тамаша әҙерләнек. V – IX синыф уҡыусыларынан торған йәш аристарым көҙгө каникулдың һәр көнөндә репетицияла осрашты. Тамашасыларға бынан100 йыл элек булған тарихи ваҡиғаларҙы күрһәттек. Шулай итеп, ауылдаштарыбыҙға ҙур бүләк эшләнек, – тип ҡыуана Сәриә Сәлим ҡыҙы Яруллина .

«Аҡйондоҙ»ҙоң юлы йондоҙло булһын. Уларҙы ҙур сәхнәләрҙә лә күрергә яҙһын.

«Аҡйондоҙ»ҙоң йондоҙло юлы
«Аҡйондоҙ»ҙоң йондоҙло юлы
«Аҡйондоҙ»ҙоң йондоҙло юлы
«Аҡйондоҙ»ҙоң йондоҙло юлы
«Аҡйондоҙ»ҙоң йондоҙло юлы
Автор: Римма Баймурзина
Читайте нас