-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ижади түңәрәктәрҙә
3 Декабрь 2025, 12:28

Ижади эштәребеҙ

Бөтәбеҙ ҙә Әсә көнөн түҙемһеҙләнеп көтөп алабыҙ. Беҙҙең V «А» синыфы уҡыусылары әсәй­ҙәренә арнап шиғырҙар, иншалар яҙҙы. Айгөл РӘСЕМБӘТОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.Хәйбулла районы, Аҡъярҙағы 3-сө күп профилле полилингваль мәктәп.

Ижади эштәребеҙ
Ижади эштәребеҙ

Сәскәләргә тиңләйем

Әсәкәйем, матурым,
Сәскәләргә тиңләйем.
Ҡәҙерлемдең ҡулдары –
Йылы ҡояш нурҙары.
Айһылыу НУРАЕВА.

Барына өлгөрәһең

Әсәйем, берҙән-берем,
Мин һине бик яратам.
Йылы, яғымлы, наҙлы
Гөл-сәскәгә оҡшатам.

Мин мәктәптән ҡайтыуға
Тәмле аш бешерәһең.
Эштә оҙаҡ булһаң да,
Барына өлгөрәһең!

Камилла ӘХМӘТОВА.

Өлгө алам

Әсәйемдең ҡулы алтын,
Бар эшкә лә өлгөрә.
Иртә тороп эшен бөтә,
Шунан эшкә йүгерә.

Тәмле ризыҡтар әҙерләй,
Ҡул эшенә лә оҫта.
Серҙәш тә ул, кәңәшсем дә,
Миңә иң яҡын дуҫ та!

Әсәйемдән өлгө алам,
Уға һәр саҡ булышам.
Мәктәптә мин тәртипле,
Шәп уҡырға тырышам.

Нургизә АРАЛБАЕВА.
Мин бәхетле

Кәңәштәрен бирер ул,
Ярҙам ҡулы һуҙыр ул.
Әсәйем, изге фәрештәм,
Әйткәнеңә килешәм.

Әсәйем, һин – бер генәм,
Ғаиләбеҙҙең биҙәге.
Һин булғанға мин бәхетле,
Донъямдың һин үрнәге!

Эльвина ТОРОПҠОЛОВА.

Яратам

Әсәйем, бәғеркәйем,
Һин бит минең ҡәҙерлем.
Яратам һине бигерәк,
Һин миңә көн дә кәрәк!

Әсәйемдең ҡулы алтын,
Тәмлекәстәр бешерә.
Минең һәр бер көнөмдө
Ул бит шатлыҡҡа күмә.

Раил ЮЛАМАНОВ.

Рәхмәт әйтәм

Һин булғанда донъя матурлана,
Һин булғанда күңел ҡанатлана.
Әсәй, рәхмәт барыһы өсөн дә,
Был һүҙҙе мин ҡабатлайым көн дә.

Байрамың менән ҡотлайым һине,
Теләйем, әсәй, һаулыҡ, шатлыҡтар.
Бәхеттәргә тулы матур йылмайыуҙар
Йөҙҙәреңдә һәр саҡ ҡалһындар!

Ильяна ИШМОРАТОВА.

Ҡулдары алтын

Әсәйем районыбыҙҙа үҙенең легендаһы менән билдәле Иләс ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағас, Өфө ҡалаһында иң «тәмле» һөнәрҙәрҙең береһе булған икмәк бешереүсегә уҡый. Шул ваҡытта атайым менән таныша һәм күп тә үтмәй, улар сәстәрен сәскә бәйләй. Атайымдың тыуған ауылы Ҙур Арыҫланғолда һигеҙ йыл йәшәгәндән һуң Аҡъярға өй һалып күсәләр.
Ғаиләбеҙҙә 6 кешебеҙ: минең тағы ике ағайым һәм сәскә кеүек матур һеңлекәшем бар. Татыу йәшәйбеҙ. Һәр көн иртә менән тороп әсәйем беҙгә тәмлекәстәр бешерә. Ҡулдары алтын уның.
Беҙ ғаиләбеҙ менән Рәсәйҙең һәм республикабыҙҙың төрлө тарафтарына сәйәхәт ҡылырға яратабыҙ. Донъя күреп, күпте белеп ҡайтабыҙ.
Уҡыуҙан буш ваҡытыбыҙҙа инде әсәйебеҙгә һәр саҡ ярҙамға ашығабыҙ. Эштәрен еңеләйткебеҙ килә. Уға рәхмәтебеҙ сикһеҙ.
Әсәй, беҙ һине яратабыҙ!

Ислам АСҠАРОВ.

Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас