Байназар мәктәбендә бына нисәмә йылдар инде «Ҡаурый ҡәләм» ижад түңәрәге эшләп килә.
– Был эште мин беҙҙә оҙаҡ йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытып хаҡлы ялға сыҡҡан Фәрхәнә Ниғмәт ҡыҙы Чуракованан ҡабул итеп алдым. Хәҙер сирек быуатҡа яҡын етәкләйем инде. Маҡсатым – башҡортса матур итеп мәҡәләләр, иншалар, шиғыр яҙырға өйрәтеү. Түңәрәктә шөғөлләнгән ҡыҙҙар һәм егеттәр менән йыл да ижад емештәрен туплап, үҙ ҡулдарыбыҙ менән китапсыҡтар эшләйбеҙ. Шунан районыбыҙҙың «Баҙал» әҙәби берекмәһенән шағирҙарҙы, яҙыусыларҙы саҡырып, улар алдында сығыш яһайбыҙ, үҙебеҙсә исем туйы кеүек сара ойошторабыҙ. Республика балалар баҫмалары менән даими бәйләнештәбеҙ. Ундан ашыу йәш хәбәрсебеҙ бар. Бер нисә уҡыусыбыҙ Ғәбиҙулла Зарипов, Булат Солтангәрәев исемендәге премияларға лайыҡ булды, – ти башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәсимә Рауил ҡыҙы Баязитова.
Түңәрәктә шөғөлләнгән балалар бергәләп китапханаға йөрөй, яҡташ яҙыусыларҙың ижадтарын өйрәнә, тасуири уҡыуҙар ойоштора. Әлбиттә, редакция менән ижади яҡтан һәләтле уҡыусылар араһында бәйләнеш булдырыуҙа ла тел уҡытыусыһының өлөшө ҙур. Бала матур иншалар яҙа икән, уны гәзиткә ебәрергә тәҡдим итергә кәрәк, үҙенең, бәлки, ҡыйыулығы етмәйҙер. Ә ташҡа баҫылған мәҡәләңде, шиғырыңды күреү – күңелендә ижад осҡоно йөрөткән йәш кеше өсөн ҙур ваҡиға ул. Байназар мәктәбенең «Ҡаурый ҡәләм» ижад түңәрәге ағзалары беҙҙе әленән-әле мәҡәләләре менән ҡыуандырып тора. 2026 йылдың тәүге ярты йыллығына ла күмәкләп гәзитебеҙгә яҙылдылар, «Йәншишмә»не уҡып баралар. VI синыфтан Наҙгөл Ҡарағолова менән Йәнгүзәл Асҡарова үткән йылда әүҙем яҙышҡандары өсөн йәш хәбәрсе исемен алды. Артабан да бәйләнешебеҙ ныҡ булһын, һеҙҙән матур йөкмәткеле хаттар көтөп ҡалабыҙ, дуҫтар.
Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.
Бөрйән районы.