+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бик тә китмәҫ инең, яратҡас…

Алыҫтарҙа тороп ҡалды кеүекҺинең һының, томан йәшерҙе.Яндарыңа ынтылғайным, ниҙерҠулдарымды, гүйә, бешерҙе.

Алыҫтарҙа тороп ҡалды кеүек

Һинең һының, томан йәшерҙе.

Яндарыңа ынтылғайным, ниҙер

Ҡулдарымды, гүйә, бешерҙе.


Тоноҡ шәүләң күренгәндәй була:

Табылаһың, ҡабат юғалып.

Бер хәбәрһеҙ атылаһың ҡапыл,

Ҡуйы томандарға юл алып.
Мин эҙләнем башта. Осратмағас,
Һин булдыңмы икән, шикләндем.
Уйҙар ҡайнай, бөтмәҫ һорауҙар күп,
Үҙ-үҙемә генә бикләндем.
Томандарҙа тағы хасил булды
Шәүлә генә йөҙөң – алдатҡыс.
Хистәрең дә тоноҡ булған, ахыры,
Бик тә китмәҫ инең, яратҡас…

Лилиә ҠАҺАРМАНОВА.


Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: