Лидиә ДИНМӨХӘМӘТОВА, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы:
– Хыялымдағы егет, беренсенән, төҫкә һылыу, белемле, итәғәтле, миңә лә, үҙенең ата-әсәһенә лә ихтирамлы, һүҙ менән түгел, ә эше менән дә уңған булырға тейеш. Тәрбиәле, ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата итәғәтле, үҙ һүҙен һәр ваҡыт тота белеүен теләр инем.
Әрмелә лә хеҙмәт итһен. Үҙен ысын ир-егет итеп һанаған кеше мотлаҡ рәүештә хәрби бурысын үтәргә тейеш, тип иҫәпләйем. Тап әрмелә улар нығынып ҡайта, ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәнә, тормош дәресе алалар.
Юғары белемле булһын. Яңы технологиялар ныҡлы үҫешкән заманда кешеләр ҙә яраҡлашырға һәм белемдәрен үҫтерергә тейеш. Егеттәргә был айырыуса ҡағыла.
Сәлимә ДӘҮЛӘТШИНА. Бөрйән районы, Байназар мәктәбе:
– Мин егеттәрҙең күберәк тоғро, иғтибарлы, уңған, аңлаусан һәм ҡыйыу булыуҙарын теләр инем. Ә хыялымда – батыр, тырыш, аңлаусан егет. Әлбиттә, егетмен, тигән кеше әрмелә хеҙмәт итергә тейеш. Юғары белем алмаһа ла, башҡарған эше яҡшы, уй-ниәттәре изге, ҡулы оҫта булыуы ла мөһим.
Зәлиә АЛТЫНБАЕВА. Бөрйән районы, Байназар мәктәбе:
– Ә миңә егеттәрҙең әйткән һүҙендә тора белгән, ҡыйыу, маҡсатлы, тырыш булғандары оҡшай. Хыялымдағы егетте лә күҙ алдыма шундайыраҡ итеп килтерәм. Һаулыҡтары етеп, әрмегә барырға кәрәк икән, улар, әлбиттә, үҙ бурыстарын үтәргә тейештәрҙер, тип уйлайым. Ә инде кемдәрҙер бара алмай икән, үҙҙәрен кәм тоймаһындар ине. Тормошта үҙ урындарын табып, яратҡан шөғөлдәре бар икән, юғары белем мөһим түгелдер. Эшкә уңған, егәрле, оҫта булһа, яҡшы инде, сөнки егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ.
Гөлфиә КИЛСЕНБАЕВА. Күгәрсен районы, Яңы Хвалын мәктәбе:
– Егет булғас, ут булһын, тигәндәй, егеттәрҙә мин күберәк ҡыйыулыҡты, батырлыҡты хөрмәт итәм. Үҙ ҡыҙын бер ҡасан да үпкәләтергә бирмәгәндәр генә ысын егет була ала. Минең хыялымдағы ир-азаматы оҙон буйлы, аҡыллы, ҡара күҙле… Унан хуш еҫтәр аңҡып торһон. Әрмелә хеҙмәт итмәүе лә, юғары белеме лә булмауы бик мөмкин. Иң мөһиме: ул һине ысын күңелдән яратһын.