– Гөлнур, һине V «Б» синыфынан Урал киноға алып барған икән? – тип ҡаршыланы мине мәктәп ҡапҡаһы алдында көтөп торған синыфташым Рәмилә.
– Бөгөн мәктәпкә килешләй.
– Туҡмайым мин ул Уралды!
– Ә һин ниңә уға тейәһең?
– Киноға мине алып бармаған өсөн.
Аптырап ҡалдым. Мин бит алдашҡаны өсөн Уралдан үс алырға уйлайым, ә Рәмилә… Әллә күҙе төшкән инде?
– Киноға бер билет 50 һум тора, ике кешегә – 100. Ҡайҙан алһын, ти, ул? – тигән булдым.
– Һине алып барманымы ни?! – Рәйлә шатланып китте. – Әтеү, туҡмамайыҡ!