+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Хыянатмы, мауығыумы?

Ләйсән күптән инде бер егет менән дуҫлашып йөрөй. Бик оҡшата уны, хатта тормош юлын бергә үтерлек кеше тип һанай. Әммә бер көндө матур дуҫлыҡ ебе өҙөлә яҙҙы. Ниңә, тиһегеҙме? Егете уларға килгәндә компь­ютерҙа ултыр­ғайны. Шунда электрон почтаһына ла ингән һәм сығырға онотҡан. Ләйсән бик уңайһыҙланһа ла, хатлашыу тарихын тикшереп ҡарамай булдыра алманы һәм аптырашта ҡалды. Дим бер түгел, әллә нисә таныш түгел ҡыҙ менән хәбәрләшкән, өҫтәүенә, матур-матур һүҙ­ҙәр яҙған бит әле ул! Быны нисек аңлар­ға?

Ләйсән күптән инде бер егет менән дуҫлашып йөрөй. Бик оҡшата уны, хатта тормош юлын бергә үтерлек кеше тип һанай. Әммә бер көндө матур дуҫлыҡ ебе өҙөлә яҙҙы. Ниңә, тиһегеҙме? Егете уларға килгәндә компь­ютерҙа ултыр­ғайны. Шунда электрон почтаһына ла ингән һәм сығырға онотҡан. Ләйсән бик уңайһыҙланһа ла, хатлашыу тарихын тикшереп ҡарамай булдыра алманы һәм аптырашта ҡалды. Дим бер түгел, әллә нисә таныш түгел ҡыҙ менән хәбәрләшкән, өҫтәүенә, матур-матур һүҙ­ҙәр яҙған бит әле ул! Быны нисек аңлар­ға?
Нимә уйларға ла белмәҫһең… Әллә Ләйсәнде оҡшатып бөтмәйме икән ул? Алдап ҡына йөрөймө? Ҡыҙҙың башы ҡатты, илап бөттө, уның исемен хәтеренән юйып ташларға маташты, ике-өс көн буйы егетенең хәбәрҙәренә яуап бирмәне, шылтыратһа ла, телефонды алманы. Иң яҡын кешең һине шулай алдаһын әле?! Юҡ, онота ла, ғәфү итә лә алмай ул Димде. Әммә һаман да күңел төпкөлөндә, бәлки, мин яңылышамдыр, нимәнелер аңлап етмәйемдер, тигән уй өмөт сатҡыһы уята. Шулай итеп, егет менән осрашып, аңлашырға булалар. Дим тәүҙә еңел генә ҡотолорға тырышһа ла, уға ғәйебен танырға тура килә. «Ҡыҙыҡ күреп кенә яҙыштым, был хатлашыуҙар минең өсөн уйын ғына, ул ҡыҙҙар менән осрашыу уйымда ла юҡ, танышыу сайтында аралашҡайныҡ. Һи­не генә яратам, ә был яҙышыу – бер минутлыҡ мауығыу, һиңә хыянат итеү тура­һында уй башыма ла инеп сыҡҡаны юҡ», – тигәс, икәүләшеп ҡосаҡлашып илашып алалар. Барыһы ла яйға һалын­ғандай була. Әммә ҡыҙҙың күңеле һаман да тыныс­ланмай, егетенең әллә кемдәргә яҙған матур һүҙҙәре күҙ алдынан китмәй.
Һеҙгә лә таныштыр әле бындай тарих, шулаймы? Ысынлап та, хәҙер ин­тернетта ултырмаған кеше һирәк, танышыу сайттары күп. Шулай ҙа ни­ңә егеттәр, бәлки, ҡыҙҙар ҙа, интернет аша әллә кемдәр менән хатлашып ултыра икән? Бер нисә егеттең фекерен беләйек әле. Бына нисек уйлай 16 – 17 йәшлек йәштәр:
«Нимә тураһында яҙышҡандарын белергә кәрәк. Егет эш юҡлыҡтан ғына яҙмаймы икән? Улай икән, борсолорға урын юҡ.»
«Бәлки, ул ниндәйҙер яңылыҡ эҙләй­ҙер.»
«Кемгәлер үҙе тураһында һөйләргә теләйҙер. Кем белә, шул рәүешле үҙенең йөрөгән ҡыҙы менән нисек аралашырға өйрәнеүе лә бар.»
«Әлеге ҡыҙынан яҡшыраҡты эҙләй­ҙер.»
Күренеүенсә, егеттәр уйлауынса, күпселек йәштәр интернет аша ҡыҙыҡ өсөн генә яҙыша, бының әллә ни зыяны юҡ кеүек. Шулай ҙа егетеңә һинең менән аралашыуҙа нимәлер оҡшап етмәүен дә инҡар итмәйҙәр бит әле.
Ә бүтән ҡыҙҙар егетенең интернет аша кем менәндер аралашыуын белһә, нимә эшләр ине икән? Беренсенән, егетеңдең хәбәр­ҙәрен уҡыу дуҫыңа ышанмауың һәм үҙеңде түбән баһалауың тураһында һөйләй, тип иҫәпләй ҡайһы берәүҙәр. Уны алдашыуҙа, хыянатта ғәйепләү мөнәсәбәттәрегеҙҙе боҙасаҡ. Егетенә ышаныр­ғамы-юҡмы икәнен һәр ҡыҙ үҙе хәл итә. Әлбиттә, бер аҙ үпкәләп алырға ла мөмкин. Артабан һағыраҡ бул, егетең ихлас дуҫлашып йөрөймө икәнен һынап ҡара. Әгәр был егет һинең өсөн бик ҡәҙерле икән, юҡҡа ғына үпкәләп, арағыҙҙы өҙмәҫкә тырыш. Күп ҡыҙҙар егетенең интернет мауығыуы тураһында белеп ҡалһа, был турала уға өндәшмәй ҡалмай. Дуҫын ғәфү итергә тырыша.
Эйе, һәр кемдең һөйгәненең бер­ҙән-бере булғыһы килә. Әммә тормошта төрлө кешеләр осрай. Ситтәр менән шаярыусылар, хыянат итеүселәр ҙә юҡ түгел. Йөрәгең һәм аҡылың дуҫ һайлағанда яңылышмаҫҡа ярҙам итер, моғайын.
Читайте нас: