Күҙҙәреңдең зәңгәрлеге –
Зәңгәр күк йөҙө инде.
Тулҡынлы ғына сәстәрең
Ебәктән-ебәк инде.
Бит остарың соҡорайтып,
Йылмайыуың аймы ни?!
Алсаҡ ҡына һөйләшеүең –
Күңелле бер йырмы ни?
Күҙҙәрең осҡонландырып,
Туп-тура ҡарауҙарың.
Киткәс, бер генә әйләнеп,
Күңелде арбауҙарың…
Йылмайып атлап килеүең –
Матур таң атыуылыр.
Ҡосаҡтарыңа алыуың –
Бәхетемдең тауылыр.