-26 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ!
Бөтә яңылыҡтар

Күҙҙәреңдән аңлар кеше булһын!

Күңелеңде аңлар кеше булһынБыл тормошта һинең яныңда.

Күңелеңде аңлар кеше булһын
Был тормошта һинең яныңда.
Йөрәктәге һәр бер күҙәнәктең
Серен асып һалған сағыңда.
Күҙҙәреңдән аңлар кеше булһын
Эсеңдәге уйың-хисеңде,
Изгелеккә генә юрар булһын
Һин һөйләгән серле төшөңдө.
Асҡыстарҙы һаҡлар кеше булһын
Икәү генә белгән биктәрҙең.
Бейектәргә бергә күтәрелеп,
Хыялдарҙың ватып сиктәрен.
Яҙған һайын «булһындарым» арта,
Тик бер «булһын» мөһим, иң-иңе.
Һин яратҡан берҙән-бер кешенең
Һин дә яратҡаны бул ине.

Нурзилә УСМАНОВА.

Читайте нас в