+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Яратҡан күңелдә ялғанға урын юҡ

НәҫерЯҙмыш ҡосағына ашыҡмаған кеүек инем. Осоноп-осоноп күбәләк кеүек йөрөнөм дә саҡ-саҡ ялҡын усағының ялмауында өтөлмәй ҡалдым. Ҡанаттарым, гүйә, шомдо алдан һиҙгәндәй, күккә осто…

Яҙмыш ҡосағына ашыҡмаған кеүек инем. Осоноп-осоноп күбәләк кеүек йөрөнөм дә саҡ-саҡ ялҡын усағының ялмауында өтөлмәй ҡалдым. Ҡанаттарым, гүйә, шомдо алдан һиҙгәндәй, күккә осто…

Онота алмам инде, онотолмаҫ. Ваҡыт арауығы яраларҙы дауалай, тиҙәр. Тик күңелемдә ҡапыл йондоҙ атылыуындай булып ҡалдың… Был тетрәндерҙе. Беребеҙҙә лә ғәйеп юҡ, аҡланыр өсөн сәбәптәр кәрәкмәй. Әле япа-яңғыҙ бушлыҡта уйҙарымды тағатам.

Йыһан киңлегендә ҡапма-ҡаршы булғанбыҙ. Икебеҙҙең ике төрлө ҡараштар менән йәшәүебеҙҙе иң тәүҙә аңлауың һәм аңлатыуың өсөн рәхмәтлемен. Ҡайһы арала киләсәгемде күҙаллап өлгөргәнһең. Әйтерһең, киләсәгем дә һөйөүем менән ҡуша бер ыңғай ҡосағыңа һыйынған.

Һинең күҙҙәр, онотолмаҫ ҡараштар… Уларҙың серен асыр өсөн тултырып ҡарауым. Ҡап-ҡара муйылдай нурлы күҙҙәрең менән арбаның. Шул ваҡыт бәхетле ҡыҙ инем кеүек. Бәхетле… Тик тиҙ генә селпәрәмә килер, тип кем уйлаған. Көҙгө бәхетем, мөхәббәтем оҙаҡҡа барманы. Һары япраҡ кеүек өҙөлөп төштө лә һыуыҡ ер, кил үҙемә, тигәндәй, һеңдереп, туңдырып та ҡуйҙы. Ер ҡуйыны ғына йән өшөүен йылытырмы һуң?.. Онотолмаҫ та төбәп әйтелгән һүҙҙәрең. «Минең менән юғаласаҡһың». Ниңә шул саҡ үҙеңде түбәнселеккә төшөрҙөң, йөрәгемде әрнетеп. «Терәгең дә түгелмен, һине юғалтырға ла теләмәйем. Үҙең өсөн түҙ. Әгәр шулай ныҡ булһаң, бөтә юлдар асыла бит…»

Күҙ йәштәрем тәгәрәүен һиҙҙерергә теләмәһәм дә, тик һин өндәшмәй генә һирпелеп ҡараның. «Бел, мин аңлаясаҡмын. Аңлар­һыңмы һуң үҙең?»

Өнһөҙмөн, гүйә, тораташ. Нисек кенә яуап бирергә? Күңелдә тик һағышлы мөхәббәт нурҙары. Әкрен генә ҡарашым менән бай­ҡайым. Ҡыйынлыҡ менән аңлатҡанһыңдыр. Ә үҙең шул уҡ ваҡытта яуап көтәһең.

«Бәхетле бул!» Ҡапыл һиҫкәнеп, аптырап киттең. Йөҙөңдә һағышлы һиҙелер-һиҙелмәҫ йылмайыу… «Бәхет теләйем», – тинең дә китеп тә барҙың. Әйтер һүҙҙәреңде әйттең дә юғал­дың. Ә күңелдә ғүмерлеккә уйылып ҡалды. Өтөп, күҙ йәштәре тамды…

Көҙҙөң әсе еле лә шул саҡ өшөттөрөп ебәрҙе. Тәбиғәт тә, гүйә, минең менән бергә илай. Көҙөм мөхәббәт менән сорнаны ла, күңелемә һағышлы нурҙарын һалып, уларҙы кире тартып алды.

Көҙгө мөхәббәт… Тик уның ғүмере ҡыҫҡа булды. Ләкин яҙғы мөхәббәт минең булмышымда!
Читайте нас: