+25 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Мөхәббәт – иң матур хис

Нимә ул ғашиҡ булыу? Мөхәббәт бөгөн бармы ул? Кешенең ғашиҡ булғанын нисек белергә? Яратмаған берәү һиңә һөйөүен белдерһә, ни­мә эшләргә? Ошо мәңгелек һорау­ҙарға бөгөнгө үҫмерҙәр­ҙең ҡараштарын белер өсөн төрлө йәштәге уҡыусылар менән әңгәмә ҡорорға тура килде.

Туғыҙынсы синыфтарҙың яуап­тары етдилеге менән айырылып тора. Улар әйтеүенсә, мөхәббәт – Ер йөҙөндәге иң матур хис. Ғашиҡ кеше һөйгәненә генә түгел, башҡаларға ла тик яҡшылыҡ эшләй. Был – уның күңел талабы. Кемгәлер күҙе төшкәндәрҙе әллә ҡайҙан белеп була: улар оҡшатҡан кешеһенә йыш ҡарарға тырыша, уның эргәһендә булыуҙы ла ҙур бәхет һанай. Синыфташтарына әйтмәһә лә, барыбер беләләр. Быны ғәҙәти хәл, тип ҡабул итәләр. Беҙҙең гимназияла бер синыфта уҡып, аҙаҡ бергә донъя ҡорған, бына тигән итеп йәшәгән парҙар байтаҡ.

Һиңә оҡшамаған кеше хисен белдерһә, ҡаты бәрелергә ярамай. Уның тойғоһон хөрмәтләргә кәрәк. Ипләп кенә аңлатып, киләсәктә үҙ яртыһын табасағына ышандыраһың.

VII синыф уҡыусыһы Ләлә бына миңә ниҙәр һөйләне:

– Ғашиҡ булһаң, уның кәмселектәрен күрмәйһең. Яратҡаның – донъялағы иң яҡшы кеше. Уның тураһында секунд һайын уйлайһың. Һөйгәнеңде күрһәң, йөрәгең йыш тибә башлай. Әгәр миңә оҡшатҡан кешем килеп һөйөүен белдерһә, бик шатланыр инем.

– Мөхәббәт – ул ике кешенең бер-береһен оҡшатыуы. Улар йыш ҡына бер-береһенә ҡарай, ярҙам итергә тырыша. Яратҡан кешеңде күрһәң, йә ҡыҙараһың, оялаһың, йә, киреһенсә, батыраяһың. Ниндәйҙер ҙур эштәр башҡараһы килә. Ғашиҡ булыу кешегә ҡанат ҡуя, яҡшы уҡый ҙа башлайһың, насар билдәләр алыу оят һымаҡ, – ти етенсенән Ләйсән.

Алтынсы синыфтарҙың да ҡылдарын сиртеп ҡараным. Улар оялһалар ҙа, әңгәмәгә ҡушылдылар.

– Малай менән ҡыҙ бер-береһенә ғашиҡ булһа, шул мөхәббәт инде. Беҙ оҡшатҡан кешебеҙҙе үҙебеҙгә ҡаратыр өсөн киноға осрашыуға саҡырабыҙ, – ти Азат.

– Малайҙар таҙа итеп кейенә башлай, – тип белдерҙе Әнисә. – Әгәр береһе дуҫлашырға тәҡдим яһаһа, мин уйланыр ҙа шунан яуап бирер инем. Ғашиҡтар көнөндә һөйөүен белдереүселәр күп була. Был көндө беҙ бөтәбеҙ ҙә ҡулдан открыткалар яһайбыҙ, уны биҙәйбеҙ. Малайҙарға теләктәр яҙабыҙ.

Мөхәббәтен берәү ҙә асыҡтан-асыҡ белдергеһе килмәй. Ул мәңгелек сер кеүек. Нимә генә тиһәң дә, ғашиҡ булыу бер кемде лә урап үтмәй. Һәр кем уны үҙенсә кисереүе менән бәхетле.

Гөлдәриә ҒАЙСИНА, XI синыф уҡыусыһы.


Күмертау ҡалаһы, 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.
Читайте нас: