-3 °С
Ҡар
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
15 Март 2019, 13:49
Уҡытыусыма ғашиҡмын
Белем усағыбыҙҙа шахмат түңәрәге һәйбәт ойошторолған. Унда йөрөүселәр күп. Мин өйҙә атайым менән гел шахмат уйнап үҫкәс, түңәрәккә ихлас яҙылдым. Хәҙер өс йыл инде шөғөлләнеүемә. Бик ныҡ оҡшай. Төрлө мәктәп, район ярыштарында ла ҡатнашам. Күп кенә призлы урындар яуланым. Әлбиттә, ошо уңыштарым өсөн остазыма рәхмәтлемен. Түңәрәктән тыш, уның ваҡыты булмаһа ла, ярыш алдынан күп тапҡыр минең менән шөғөлләнде. Ҡайһы саҡта уның педсовет ултырышынан сыҡҡанын өйгә ҡайтмай көтөп ултыра торғайным…
Шулай шахмат менән мөкиббән китеп шөғөлләнә торғас, түңәрәк етәксеһенә ғашиҡ булғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Уның мәктәптә уҡытҡан дәрестәрен дә көтөп ала башланым. Тик ниңәлер остазымды күреү менән йөрәгем «жыу» итеп ҡала. Үҙемде нисек тоторға ла белмәйем. Башҡаларға быны һиҙҙертмәҫкә тырышам. Кешегә һөйләмәһәм, берәү ҙә белмәҫ, тип тә уйлап ҡуям. Икенсе яҡтан, ҡурҡып та китәм. Элекке кеүек шахматты ихлас уйнай алмаҫмын, тип борсолам. Тиккә генә лә ниңәлер бик ныҡ ҡаушайым, башымды икенсе уйҙар биләй. Хатта хәҙер түңәрәккә барырға ла оялам. Нисек кенә үҙемде тынысландырырға тырышһам да, булдыра алмайым. Кәйеф бер күтәрелә, бер төшөп китә… Мөхәббәт тигәндәре ошолай була микән?! Эс серҙәремде әсәйемә һөйләргә уйлап ҡуям да ул, тик ниңәлер шөрләйем. Етмәһә, алда – имтихандар. Былай ҙа, әйткәнде лә ишетмәйһең, тип көн дә тиерлек шелтәләй.
Тиҫтерҙәрем, уҡытыусыға ғашиҡ булғанда үҙеңде нисегерәк тоторға икән? Оялһам да, серҙәремде һеҙгә генә систем инде.
ӘҘИЛӘ, IX cиныф уҡыусыһы.
Ҡ. районы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән